Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә баймаҡтарҙың Украина территорияһында хәрби бурыстарын үтәүсе Алкино-2 инженер бригадаһы хәрби хеҙмәткәрҙәре өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙары хаҡында хәбәр итә.
“Унда яҡташтарыбыҙ ҙа хеҙмәт итә. Ғәскәри часть һалдаттары өсөн ҡалабыҙҙың һәм райондың учреждениелары, предприятиелары һәм ябай граждандары менән оҙайлы һаҡлауға аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена саралары һәм көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр йыйылды. Шулай уҡ уҡыусылар ҙа беҙҙең һалдаттарға хаттар яҙып, уларҙы яҡланы. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға теләктәре тураһында бәйән иткән ихлас һүҙҙәр.
Иртәгә гуманитар ылау юлға сыға, һуңынан колонна менән Украина биләмәһенә юл тотасаҡ.
Хөрмәтле баймаҡтар барығыҙға ла ҙур рәхмәт!
Был беҙҙең ярҙамға мохтаж булған кешеләргә ысын мәғәнәһендә кешелек өлгөһө. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" — тип яҙған Фәнис Әминев.
Фото һәм сығанаҡ: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.