Ике йыл элек, 2020 йылдың 30 мартында, ил Президенты Владимир Путин мәшһүр генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Был ваҡиғаны бар республика халҡы бик шатланып ҡабул итте. Беҙҙең Башҡортостанда тарихҡа ҙур иғтибар бирелә, төрлө махсус музейҙар бар. Шуларҙың береһе – Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
– 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың батырҙарса һәләк булғанына 79 йыл тулды. Уның етәкселегендә дивизия легендар, гвардия, орден йөрөтөүсегә әүерелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы һәм ҙур тырышлығы менән ике йыл элек был көндә Рәсәй Президенты Указы менән Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Республика Хәрби Дан музейында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған тематик экспозиция бар. Музейҙың рәсми сайтында “Ватан геройҙары” бүлегендә Советтар Союзы Геройҙарының һәм дивизияның Дан ордены кавалерҙарының шәхси сәхифәләре ҡуйылған. Өфөнөң Дим районында филиалыбыҙ – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы эшләй. Уның ижади коллективы “Башҡортостан. Еңеү. Хәтер. Шайморатов генерал” тип аталған ролик булдырған. Был тарихта бөтә геройҙарҙың да геройҙар плащын кеймәүен күрһәтергә теләнек. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышының ысын геройҙары менән ғорурланабыҙ! Йәш быуын Башҡортостандың яугир улдарын хәтерләй һәм хөрмәтләй, тарихи музейҙарға – халыҡтың Тыуған иле тарихы өсөн иҫтәлекле һәм ғорурланған урынға йөрөүен күрһәтергә теләйбеҙ, - тине Илшат Үтәев.
Фото һәм видео республика Хәрби Дан музейы фондынан.