Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
1 Апрель 2022, 22:00

“Мөмкинлек булһа, үҙебеҙ барып ярҙам итер инек”

- Хатта балалар ҙа борсола, һүрәт төшөрә, шиғырҙар яҙа, ярҙам итә. Бүтән бер кемде лә юғалтҡыбыҙ килмәй...

“Мөмкинлек булһа, үҙебеҙ барып ярҙам итер инек”
“Мөмкинлек булһа, үҙебеҙ барып ярҙам итер инек”

Башҡортостанда Донбаста йәшәүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыуға "Беҙҙең "Берҙәм Рәсәй" партияһы хәстәрлеге" ирекмәндәр үҙәге әүҙем ҡушылды. Мәҫәлән, Людмила Анисимова Донецк һәм Луганск республикаларына ебәреү өсөн кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе сорттарға айырыуҙа, фасовкалауҙа ҡатнаша.

"Пандемия башланғандан алып ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәм. Партияның бөтә акцияларында ла ҡатнашам. Мохтаждарға, күп балалы ғаиләләргә һәм оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары, йылы аш таратыуҙа булыштым, - ти Людмила Анисимова. - Бөгөн беҙ республикала йәшәүселәр йыйған аҙыҡ-түлекте, көнкүреш химияһын ҡаптарға үлсәп һалдыҡ".

Шулай уҡ ул гуманитар ярҙамды ҡабул итеүҙә ярҙам күрһәтеүен билдәләне.

"Берҙәм Рәсәй"ҙең "Беҙҙең хәстәрлек" проекты кураторы Гөлшат Мөхәмәтшина билдәләүенсә, ирекмәндәр көн һайын пункт эшендә ярҙам күрһәтә.

Өфөләр Луганск һәм Донецк республикалары халҡына йәмәғәт ярҙамы штабына тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙар алып килә. Баш ҡала пенсионерҙары Марина һәм Альберт Солтанбәковтар ейәнсәрҙәре Алина, Милана менән бергә балалар аҙығы, шәхси гигиена саралары тапшырҙы.  

"Ул төбәктәрҙә барған хәлдәрҙе күреп, йөрәк әрней. Балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ барыһын да аңларға, белергә тейеш, сөнки был - беҙҙең тарих. 2014 йылда шулай уҡ ярҙам күрһәттек. Әгәр мөмкинлек булһа, ошо республикаларҙа йәшәүселәргә ярҙам итеү өсөн үҙебеҙ ҙә барыр инек", - тип күҙенә йәш алып һөйләне Марина Солтанбәкова.

Гуманитар ярҙам йыйыуға Өфөнән Елена Назарова һәм уның әсәһе Елена Альмурадова ла ҡушылған. Улар йыйыу пунктына печенье, быҡтырылған ит алып килгән.

"Ошондай ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә нисек тә булһа ярҙам итергә тырышабыҙ. Хатта балалар ҙа борсола, һүрәт төшөрә, шиғырҙар яҙа, ярҙам итә. Үҙемдең ҡыҙым Донецкиҙа йәшәгән балалар өсөн һүрәт эшләне, - тип һөйләне Елена Назарова. - Бүтән бер кемде лә юғалтҡыбыҙ килмәй. Был хәлдәрҙең тиҙерәк тамамланыуын, ҡояш балҡыуын, ерҙең уңдырышлы булыуын, сәскәләр үҫеүен теләйбеҙ".

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан Донецк һәм Луганск республикалары халҡы өсөн гуманитар йөк менән икенсе автомобиль колоннаһы быйыл 18 мартта оҙатылғайны. Уның составына туҡланыу продукттары, шул иҫәптән 800 килограмм самаһы башҡорт балы, канцелярия тауарҙары, мәктәп кәрәк-яраҡтары, шәхси гигиена саралары, төҙөлөш материалдары инде. Гуманитар йөктөң дөйөм ауырлығы 96,5 тонна тәшкил итте.

Гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса Йәмәғәт ярҙамы штабында ҡабул ителә.

Был эш шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бөтә 63 бүлексәһендә лә алып барыла.

Эш режимы:

Дүшәмбе - йома иртәнге 9-ҙан киске 9-ға тиклем.

Шәмбе - йәкшәмбе иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем.

Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге - 8 (347) 218-19-19.

Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.

Фото: "Беҙҙең хәстәрлек" үҙәге.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: