Бөгөн республикабыҙҙа Украиналағы махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған йәнә ике яҡташыбыҙ - Дүртөйлө ҡалаһынан сержант Илфат Әхиәров һәм Саҡмағош районынан кесе сержант Данил Вәлиев һуңғы юлға оҙатылды.
Илфат Әхиәров 1988 йылдың 16 авгусында Дүртөйлө ҡалаһында тыуған. Бөрө кооператив техникумында уҡый, хәрби хеҙмәткә 2007 йылда саҡырыла. 2009 йылдан контракт буйынса хеҙмәт итә, Шишмә районы Алкин ҡасабаһының 63494-се хәрби часында водитель булып эшләй. 2022 йылдың 25 мартында һәләк була. Үлгәндән һуң Шайморатов ордены менән наградлана.
"Беҙҙең өсөн оло юғалтыу. Барыһы ла Илфатты ҡыйыу, ярҙамсыл егет булараҡ яҡшы белә. Шуға күрә лә ул Ватанды һаҡлау хеҙмәтен һайлағандыр. Иң батырҙар һәләк була. Бөгөн уның дуҫтарына, класташтарына бик ауыр. Иң ҡыйыны - ҡатыны менән улына. Дүртөйлө халҡы исеменән ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ", - тине мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыу митингында Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.
- Бөгөн беҙ Дүртөйлө еренең лайыҡлы улы, ысын һалдаты менән хушлашабыҙ. Илфат үҙенең 15 йыл ғүмерен Ватаныбыҙҙы һаҡлауға биргән һәм ысын фашизмға ҡаршы көрәштә ҡаһармандарса һәләк булды. Бөтә Башҡортостандың Илфат кеүек илебеҙҙе һаҡлаған егеттәре алдында баш эйәбеҙ. Илфатты үҫтергән ата-әсәләре, мәрхүмә өләсәһенең рухы алдында..." - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙең ҡатыны Евгенияға төбәк Башлығы бар яҡлап ярҙам итәсәктәрен белдерҙе.
"Улығыҙҙы аяҡҡа баҫтырасаҡбыҙ. Ғаиләгеҙгә республика власы ышаныслы терәк буласаҡ - һеҙгә һүҙ бирәм. Район хакимиәтендә Илфат Әхиәровтың исемен мәңгеләштереү өсөн тәҡдимдәр әҙерләнәсәк. Ул мәңге хәтеребеҙҙә", - тине Радий Хәбиров.
Саҡмағош районында контракт буйынса хеҙмәт иткән кесе сержант Данил Вәлиевте һуңғы юлға оҙаттылар. Ул 1990 йылдың 13 июлендә Нефтекама ҡалаһында донъяға килгән. 2021 йылда өйләнә, ғаиләһендә ике бала үҫә. 2022 йылдың 25 мартында һәләк була.
Данилдың яҡындары уны тыныс, ихлас, ышаныслы егет булараҡ телгә алды. Мәктәптә уҡыған сағында спорт менән әүҙем шөғөлләнә, илһөйәрлек сараларында гел ҡатнаша. 2009 йылдың октябрендә армияға алына. 2013 йылдан контракт буйынса хеҙмәт итә башлай. Алкиндағы частың инженер бригадаһында өлкән механик-водитель була. Хеҙмәттәштәре уны ҙур ихтирам менән телгә ала. Хәрби антына тоғро ҡалып, батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң Шайморатов ордены менән наградлана.
"Беҙ республиканың иң шәп улдарының береһен юғалттыҡ. Ул һуңғы һулышына тиклем биргән антына тоғро ҡалды. Яҡташыбыҙҙы юғалтыуға бөтә район халҡы ҡайғыра. Үҙебеҙҙең яҡтан уның ғаиләһенә бар яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ. Данил, беҙ һине бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ", - тине Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев.
Яугирҙе һуңғы юлға оҙатыу митингында Алкин инженер бригадаһының командир урынбаҫары Александр Пестерев та ҡатнашты.
"Ул бик хөрмәтле, ихтирамлы ғаиләлә тәрбиәләнгән. Һәммәһе лә һәр саҡ кешеләргә ярҙам итергә әҙер. Әсәһе клуб мөдире булды, әле хат ташыусы булып эшләй. Бик тырыштар. Тап шундай ғаиләлә генә тәрбиәле бала үҫә. Данилдың артабан да хәрби карьераһын дауам итеүенә барыбыҙ ҙа ҡыуанғайныҡ. Ғаиләһенә, балаларына, туғандарына - оло түҙемлек", - тине урында йәшәгән хеҙмәт ветераны Рүзилә Нәбиева.
Фотолар Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.