Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бөгөн Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына 83 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы гуманитар ярҙам оҙатылды.
Төбәгебеҙҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тәү сиратта талап ителгән тауарҙарҙы, аҙыҡ-түлек һәм төҙөлөш материалдарын тейәүҙе ойошторҙо.
Мәғлүм булыуынса, тәүге ике гуманитар ярҙам колоннаһы 4 һәм 18 мартта оҙатылды. Уларға кондитер һәм икмәк-ҡалас ризыҡтары, һыу, кофе, шәхси гигиена саралары, түшәк кәрәк-яраҡтары, макарон ризыҡтары, уйынсыҡтар, ярмалар һәм башҡа иң кәрәкле әйберҙәр тупланды. Халыҡ республикаларының хакимиәттәре үтенесе буйынса, зыян күргән биналарҙы тергеҙеүгә талап ителгән төҙөлөш материалдарынан торған йөк йыйылды.
Ылауҙы оҙатыу Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелиндың, Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовтың, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың булышлығында ойошторолдо.
– 20 мартта Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация Донецк Халыҡ Республикаһында булды, һәм ике төбәк араһында социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды, – тине Максим Забелин. – Өфө менән Донецк ҡалалары туғандашҡа әйләнде. Донецк һәм Луганск республикалары менән күптән дуҫлашабыҙ, һәм ауыр хәлдәгеләргә мохтаж мәлдәрендә һәр саҡ ярҙамға киләбеҙ. Донецкиҙа, Луганскиҙа беҙҙең ирекмән табиптарыбыҙ эшләүен дауам итә, улар зыян күргән тыныс халыҡҡа ла бушлай ярҙам күрһәтә.
Гуманитар ярҙам күрһәтеү эше артабан да дауам ителәсәк, әле Башҡортостанда дүртенсе колонна өсөн йөк йыйыу башланды.
Әйткәндәй, колонна менән “Башинформ” агентлығы журналисы Азат Ғиззәтуллин һәм фотохәбәрсе Олег Яровиков Донбасҡа юлланды.
Ирек СӘҒИТОВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары:
– Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙамды йөк автомобилдәренә Миңлеғәле Шайморатовтың рәсемен ҡуйып оҙатыу тәбиғи. Билдәле булыуынса, 1943 йылда нәҡ Шайморатов Донбасты азат иткәндә һәләк булған. Бөгөн ул Донбасты һәм Украина биләмәһен ницизмдан азат итергә бара.
Фәрит ҒҮМӘРОВ, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе:
– Бөгөн беҙ республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса өсөнсө гуманитар конвойҙы оҙатабыҙ. Йөктөң дөйөм ауырлығы - 83 тоннанан ашыу. Беренсе һәм икенсе гуманитар ярҙамдыҡы 171 тонна булғайны. Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары һорауы буйынса дүрт йөк автомобиленең икеһенә төҙөлөш материалдары тейәнек. Уларға иң тәү сиратта шифер, бурса, рубероид, йылытыу өсөн төҙөлөш материалдары кәрәк. Ике йөк автомобиленә аҙыҡ-түлек тейәнек. Беҙҙең республика - гуманитар йөктө даими оҙатҡан берҙән-бер субъект.
Александ ЛОПУХОВ, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, колонна етәксеһе:
– Беҙҙең төп бурыс – Башҡортостан Башлығы тапшырған эште үтәү һәм гуманитар йөктө теүәл хәлдә алып барып еткереү. Водителдәр беренсе тапҡыр ғына бармай, күптәре өсөнсөгә юллана. Юл һәм туҡталыш урыны билдәле, һауа шарттары еңелерәк, марттағы кеүек түгел.
В. Шахов фотоһы.