Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
6 Апрель 2022, 09:00

Берҙәмлек булһа, яңы һынауҙарҙы ла еңербеҙ

"Был фильм республика халҡы тураһында, бик ауыр хәлгә ҡаршы   көрәшергә ярҙам иткән бөтә кешеләргә – табиптарға, ирекмәндәргә, хеҙмәттәргә рәхмәт һүҙе," – тине Радий Хәбиров.

Берҙәмлек булһа, яңы һынауҙарҙы ла еңербеҙ
Берҙәмлек булһа, яңы һынауҙарҙы ла еңербеҙ

5 апрелдә Башҡортостан юлдаш телеканалында “ Башҡортостан. Хроникалар.COVID. Яңы саҡырыуҙар” тип аталған документаль фильм премьераһы булды. Республиканың бөтә телекомпаниялары журналистары уны  ХХI быуат пандемияһына ҡаршы торған кешеләргә арнаған.  Телевизион фильм  йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, министрлыҡ етәкселәре, табиптар, эшҡыуарҙар, спортсылар һәм башҡа һөнәр кешеләре  фильм хаҡында фекерҙәрен белдерҙе.

Премьера тураһында фекер алышыу барышында  студия менән видеобәйләнеш буйынса  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Республика етәксеһе фильмды төшөрөүҙең төп маҡсатын билдәләне.

–Был фильм республика халҡы тураһында, бик ауыр хәлгә ҡаршы   көрәшергә ярҙам иткән бөтә кешеләргә – табиптарға, ирекмәндәргә, хеҙмәттәргә рәхмәт һүҙе, – тине Радий Хәбиров. – Был фильм – Башҡортостандың бөтә кешеләренә уларҙың түҙемлеге, аҡылы өсөн рәхмәт белдереү. Уларҙың беҙҙең ҡатмарлы ҡарарҙарҙы ҡабул итеүҙәре һәм хуплауҙары өсөн.  Кем COVID-19 менән көрәшкән, бөтәһе лә ысын батырлыҡ күрһәтте.  Был йәмғиәтебеҙҙең хәтерендә ҡалырға тейеш. Ваҡиғалар бик тиҙ үтә, шуға күрә был осорҙо, табиптарҙың беҙҙең дөйөм киләсәк өсөн нисек көрәшкәнен балаларыбыҙ белһен өсөн,  уларҙы мәңгеләштерергә кәрәк.  Пандемия халҡыбыҙҙың асылын күрһәтте – насар була башлаһа, беҙ тиҙ туплана алабыҙ һәм килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ.  

 Республика етәксеһе тамашасыларға  бынан ике йыл элек коронавирус инфекцияһы баш ҡалҡытҡан осорҙа  төбәк Хөкүмәте кимәлендә,  замандың яңы саҡырыуҙарын иҫәпкә алып, һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртырға ҡарар ҡабул ителеүе хаҡында һөйләне.  

– Пандемияға ҡаршы көрәшеп, беҙ һаулыҡ һаҡлау тармағын матди-техник яҡтан йыһазландырыу өсөн бик күп эш башҡарҙыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ яңы медицина учреждениелары төҙөнөк, ҡеүәтле медицина техникаһы һатып алдыҡ. 2020 һәм 2021 йылдар иҡтисадында беҙ сәнәғәт етештереүе буйынса ла, инвестициялар йәлеп итеү буйынса ла  юғары күрһәткестәр менән  сыҡтыҡ.  Бөтәһе лә тупланды – ябай хеҙмәткәрҙәрҙән алып предприятиелар директорҙарына тиклем.  Һәм беҙҙе алда яңы һынауҙар көтә. Тик беҙ бергә булһаҡ, бөтә был һынауҙарҙы күтәрербеҙ һәм уларҙан тағы ла көслөрәк булып сығырбыҙ.  

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: