Геройҙар дәүере
7 Апреля 2022, 18:15

Өфөлә өс мең шәм тоҡандырылды

Бөгөнгө акция аша Рәсәй һалдаттарына, яҡташтарыбыҙға, Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамыбыҙҙы белдерҙек.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә өс мең шәм тоҡандырылдыӨфөлә өс мең шәм тоҡандырылды
Өфөлә өс мең шәм тоҡандырылды

Бөгөн Өфө ҡалаһының Еңеү паркында Украиналағы махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын үтәгән Рәсәй һалдаттарына ярҙамды сағылдырыу маҡсатында өс мең шәм тоҡандырылды.

Акцияла Берҙәм Рәсәйҙең "Йәштәр гвардияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһенән өс мең самаһы йәш гвардиясы, йәмәғәт һәм ветерандар ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты. Һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғас, улар тоҡандырылған шәмдәрҙән Рәсәй хәрби хеҙмәткәре һынын төҙөнө.   

Өфө ҡалаһы Совет районының “Йәштәр гвардияһы” етәксеһе Александр Теляков билдәләүенсә, улар бындай акцияларҙы даими ойоштора.

"Былтыр сараны Совет майҙанында үткәрҙек һәм генерал Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә бағышланыҡ. Бөгөнгө акция аша Рәсәй һалдаттарына, беҙҙең яҡташтарға, Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамыбыҙҙы белдерҙек", – тип хәбәр итте ул.  

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Өфө ҡала хакимиәте сайты.

Өфөлә өс мең шәм тоҡандырылды
Өфөлә өс мең шәм тоҡандырылды
Өфөлә өс мең шәм тоҡандырылды
Өфөлә өс мең шәм тоҡандырылды
Өфөлә өс мең шәм тоҡандырылды
Автор:Рәмилә Мусина