Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Апрель , 09:00

Әбйәлил ойоҡтары Донбассҡа китәсәк

“Донбасс өсөн ойоҡтар бәйләнем, килеп алығыҙ, алып китһендәр, әле һыуыҡтар торғанда ундағылар мохтаж бит”.

Әбйәлил ойоҡтары Донбассҡа китәсәк
Әбйәлил ойоҡтары Донбассҡа китәсәк

Әбйәлил районының Асҡар ауылынан 84 йәшлек ветеран уҡытыусы Сөйөмбикә Әғзәмова үҙенең изге ғәмәлдәре менән уға булған хөрмәтебеҙҙе тағы ла нығыраҡ арттырҙы – ошо көндәрҙә Донбассҡа ярҙамға ойоҡ бәйләгән.

“Донбасс өсөн ойоҡтар бәйләнем, килеп алығыҙ, алып китһендәр, әле һыуыҡтар торғанда ундағылар мохтаж бит”, – тип шылтырата ул гуманитар ярҙам йыйған ҡыҙҙарға.

Ветеран уҡытыусы ярҙам йыйғандарын белгәс тә, ойоҡбаштар бәйләй башлаған. Дүрт парҙы өлгөрткән. “Йәл, тағы ла бер парҙы бәйләп өлгөрмәйем”, – тип үҙе борсола. Эргәһендә “Берҙәм ғаиләлә” китабы ята.

– Китап шкафы кәштәләрен ҡарағайным, ошо китап ҡулыма килеп эләкте, уның Совет Донбассы тураһында булыуы ла тиккә түгелдер, сағыу фотолар менән. Ниндәй матурлыҡ, донъялағы иң гүзәл илдә йәшәгәнгә ҡыуанған кешеләрҙең йөҙө асыҡ, бәхетле! Украина властарының ошо ынйыны бомбаға тотоуға нисек ҡулдары күтәрелгән! – тип борсолоуын белдерә ветеран уҡытыусы.

Сөйөмбикә Абдулла ҡыҙының тормош иптәше Юлай Ибраһим улы оҙаҡ йылдар Әбйәлил районының мәғариф бүлеге начальнигы булып эшләй. Әғзәмовтарҙың татыу, мөхәббәтле ғаиләһе өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Оло улдары Айҙарға хәрби хеҙмәт ваҡытында Донбасста булырға тура килгән.

– Тормош иптәшем Юлай Ибраһим улы һәм улыбыҙ Айҙар – икеһе лә хәрби хеҙмәтте шунда үтте. Ирем миңә төрлө хәлдәр тураһында һөйләй ине, уларҙың береһе иҫтә ҡалған. Беҙҙең һалдаттар украин ауылына ингәс, урындағы бер оло ир улар янына килеп: “Машинаны ошонда ҡуйығыҙ, алма һәм груша аҫтына, тәмле емештәрҙе һелкетеп төшөрәм, ашағыҙ, һалдаттар!” – тип бойора. Мөнәсәбәттәр иң яҡын кешеләр араһындағы кеүек була, бер кем бер нәмә бүлешмәй, киреһенсә, ярҙам итергә тырышалар. 90-сы йылдарҙан һуң былар ҡайҙа булған? – ти ул.

Сөйөмбикә Абдулла ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға рус теле һәм әҙәбиәте серҙәрен өйрәтә. Бөгөн дә ул зирәк, илдәге барлыҡ сәйәси ваҡиғаларҙы күҙәтеп, йөрәге аша үткәреп ултыра.

– Мин аптырайым, Украинаның етәкселәре үҙҙәренең биләмәһенә нисек барлыҡ был базаларҙы, ҡоралды, биологик лабораторияларҙы индереүгә юл ҡуйған, гүзәл республикаһын бысратырға ҡыйғандар? Аҡса хаҡынамы икән? Ә бит улар кеше ғүмерҙәренә, тыуған илде фашистарҙан һаҡлаған ата-балалар иҫтәлегенә торошло түгел!

Был китапты Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Донецк Халыҡ Республикаһы халҡына, балаларына тапшырам, уҡыһындар әйҙә, фотографияларҙы ҡараһындар һәм уларҙың олатай-өләсәҙәре СССР составында нисек яҡшы йәшәгәндәрен белһендәр.

Мин ышанам, Украинала дөрөҫлөк өҫкә сығыр, тыныслыҡ, бәхет, дуҫлыҡ тантана итер, – тип Украина халҡына изге теләктәрен теләне ул.

Әле республика Донбассҡа гуманитар ярҙамдың дүртенсе ылауын йыя. Әбйәлил районы халҡы ла уға үҙенең тос өлөшөн индереп, әҙерләгән гуманитар ярҙамды Өфөгә алып килде. Был ярҙам әйберҙәре араһында башҡорт хеҙмәт ветераны Сөйөмбикә Абдулла ҡыҙының күҙ нурҙарын түгеп, йөрәк йылыһын һалып бәйләгән ойоҡтары ла бар.

Сөйөмбикә Абдулла ҡыҙы - һуғыш осоро балаһы. Был быуын күпте күргән, күпте кисергән, шуға ла ул тыныс тормоштоң ни тиклем ҡәҙерле һәм бер ниндәй ҙә байлыҡҡа алмаштырғыһыҙ булғанын яҡшы аңлай.

Изге йөрәкле, ярҙамсыл Сөйөмбикә Ағзамоваға һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!

Фото: "Бәйләнештә" төркөмөнән алынды.

Әбйәлил ойоҡтары Донбассҡа китәсәк
Әбйәлил ойоҡтары Донбассҡа китәсәк
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в