Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
9 Апрель 2022, 13:00

Алыҫ һәм изге сәфәргә юлланыусыларға хәйерле юл теләйек!

Өфөнән Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына дүртенсе гуманитар колонна юлланды. 

Алыҫ һәм изге сәфәргә юлланыусыларға хәйерле юл теләйек!
Алыҫ һәм изге сәфәргә юлланыусыларға хәйерле юл теләйек!

Бөгөн, 9 апрелдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡы өсөн гуманитар ярҙам менән дүртенсе колонна оҙатылды.

Бынан алда тәүге өс колонна 4, 18 мартта һәм 5 апрелдә ебәрелгәйне. Донецк Халыҡ Республикаһына һәм Луганск Халыҡ Республикаһына кондитер һәм икмәк-булка изделиелары, һыу, ҡәһүә, шәхси гигиена саралары, түшәк кәрәк-ярағы, балалар аҙығы, макарон изделиелары, уйынсыҡтар, ярмалар һәм башҡа әйберҙәрҙән торған гуманитар ярҙам тупланды. Был республикаларҙың хакимиәттәре үтенесе буйынса зыян күргән биналарҙы тергеҙеү өсөн төҙөлөш материалдары йөгө булдырылған.

Бөгөнгө йөктө оҙатыуҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров контролдә тотто.

- Ошоғаса йәмғеһе 480 тонна самаһы гуманитар йөк оҙатылды. Бөгөн иртән 180 тоннанан ашыу йөк менән туғыҙ "КамАЗ" автоколоннаһы юлға сыҡты. Быға тиклем өс конвой менән халыҡ республикаларына 300 тоннанан ашыу гуманитар ярҙам барғайны. Бөгөн Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына иң кәрәкле нәмәләр – кейем-һалым, медикаменттар һәм, әлбиттә, төҙөлөш материалдары ебәрҙек, - тине Ирек Сәғитов.

Ирек Сәғитов гуманитар конвойҙы ойоштороуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, Дәүләт Йыйылышына, ойошмалар һәм предприятиеларға, район һәм ҡала хакимиәттәренә һәм айырыуса республика халҡына рәхмәт белдерҙе.

- Халҡыбыҙ Донецк һәм Луганск өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе әүҙем, берҙәм йыйҙы, сөнки уларҙың беҙҙең ярҙамға мохтаж булыуын барыһы ла яҡшы аңлай. Беҙ халыҡ республикаларына артабан да ярҙам итәсәкбеҙ, гуманитар ярҙам ебәреү дауам итәсәк. Тап 1943 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Шайморатов һәм уның яугирҙәре унда башын һалған. Ул саҡта ла башҡорт халҡы ярҙам итте, әле лә булыша. Бергә булғанда беҙ көслө, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.

Автоколонна М-5 автоюлы буйлап Ростовҡа тиклем барасаҡ. Унан Донецкиға юлланасаҡ, унда гуманитар ярҙамдың бер өлөшө бүленәсәк. Һуңынан ул Луганск Халыҡ Республикаһына юлланасаҡ, бындағы Петровское ҡалаһында шефлыҡҡа алынған генерал-майор М. Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп урынлашҡан.

Гуманитар ярҙам йыйыуҙа барлыҡ ижтимағи-сәйәси ойошмалар, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте лә әүҙем ҡатнашты.  

- Гуманитар ярҙамды бөтә район һәм ҡалаларҙа йыйырға ярҙам иттеләр. Әсәләребеҙҙең, милләт әсәләренең доғалары Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларға барып етһен, Донбасста һәм Луганскиҙа тыныслыҡ урынлашһын. Беҙ һәр саҡ Президентыбыҙ, беҙҙең егеттәребеҙ һәм, әлбиттә, илебеҙ өсөн доға ҡылабыҙ. Барлыҡ йәмәғәтселәр, дәүләт власы органдары, халыҡ берҙәм булған осраҡта ғына еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

Алыҫ һәм изге сәфәргә юлланған автоколоннаға, водителдәргә хәйерле юл теләйек!

Фото: БР Хөкүмәте.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: