Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
12 Апрель 2022, 22:30

"Беҙ өйҙә инек, бомбалар шартлай башланы..."

Башҡортостанға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан кешеләр килеүен дауам итә.

"Беҙ өйҙә инек, бомбалар шартлай башланы..."
"Беҙ өйҙә инек, бомбалар шартлай башланы..."

Башҡортостанда “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәре Донбасс өлкәһе граждандарына ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендәге Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары кешеләренә Йәмәғәт ярҙамы штабы әүҙемселәре килтерелгәнде ҡабул итеүҙә һәм төрөүҙә ҡатнаша.

Мәҫәлән, Людмила Анисимова 2020 йылдан ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Уның әйтеүенсә, был - ата-әсәһе тәрбиәләгән һыҙат. Ҡатын үҙенең балаларын да кеше бәләһенә битараф ҡалмаҫҡа өйрәтеп үҫтергән.    

Людмила Анисимова бөгөн Донецкиҙан мәжбүри күсеп килгән ғаиләгә булды. Ҡатын Новиковтарға шәхси гигиена әйберҙәре, аҙыҡ-түлек алып барҙы.

– Башҡортостанға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан кешеләр килеүен дауам итә. Беҙ һәр мөрәжәғәткә яуап бирергә, ярҙам итергә тырышабыҙ, – ти Людмила Анисимова.

Лариса Новикова “Беҙҙең хәстәр” колл-үҙәгенә шылтыратып, аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре менән ярҙам итеүҙәрен һораған.

Новиковтар Донецкиҙан Өфөгә 28 мартта килгән. Мәжбүри сара. Дүртәүләшеп үҙ көстәре менән Башҡортостанға килеп еткәндәр.

– Беҙ өйҙә инек, бомбалар шартлай башланы, ғаиләбеҙ менән ҡасып ҡәйнәмә барҙыҡ, унда тынысланғансы көтөрбөҙ, тип. Әммә йортҡа ата башланылар. Нимәлә булғанбыҙ, шулай сығып ҡастыҡ, – тип бәйән итте ҡатын.

Әле Новиковтар әсәләренең Өфөләге фатирында йәшәй. Бишәүләп бер бүлмәлә тығыҙ, тиҙәр. Шуға ла “Берҙәм Рәсәй” партияһына торлаҡ менән ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Шулай уҡ гривнаны һумға алыштырыуҙа ла булышлыҡ кәрәк.

“Берҙәм Рәсәй”ҙең “Беҙҙең хәстәр” проекты кураторы Гөлшат Мөхәмәтшина билдәләүенсә, көн дә колл-үҙәккә республика халҡынан мөрәжәғәттәр килә.

– Бер кем дә битараф түгел. Шылтыратыуҙар төрлө йүнәлештә. Кейем, аҙыҡ-түлек, автомобиль, матди ярҙам тәҡдим итәләр. Шулай уҡ бушлай торлаҡ менән булышлыҡ ҡылырға теләүселәр күп, – ти Гөлшат Мөхәмәтшина.      

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса Йәмәғәт ярҙамы штабында ҡабул ителә.

Был эш шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бөтә 63 бүлексәһендә лә алып барыла.

Эш режимы:

Дүшәмбе - йома иртәнге 9-ҙан киске 9-ға тиклем.

Шәмбе - йәкшәмбе иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем.

Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге - 8 (347) 218-19-19.

Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.

Фото: "Беҙҙең хәстәрлек" үҙәге.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: