

Бөгөн республика халҡы, предприятелары һәм ойошмалары ярҙамында йыйылған гуманитар ярҙам ылауы Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына юлланды. Изге эшкә Тәтешле районы халҡы ла тос өлөш индергән.
"Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының шәхси хужалыҡтары өсөн йәшелсә культуралары орлоҡтарын йыйып, Өфөгә ҡабул итеү пунктына ебәрҙек. Район халҡына йомарт, игелекле, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булғандары өсөн рәхмәт белдерәм. Изгелегегеҙ үҙегеҙгә мең рәхмәт булып ҡайтһын", – тип белдерҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Тәтешле районы хикимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Фото: Фәнүр Шәйхисламовтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.