Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй илһөйәрлек акцияһы баш ҡалала 22 апрелдә башлана.
Ирекмәндәр бөгөн төштән һуң Еңеү паркында, “Ғаилә”, “Аркада” һәм “Мир” сауҙа үҙәктәре эргәһендә Георгий таҫмаларын таратасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге тапҡыр “Георгий таҫмаһы” акцияһы 2005 йылдың яҙында үтте. Киләһе йылына ул Бөтә Рәсәй статусын алды.
Апрель айында Рәсәй Дәүләт Думаһына Георгий таҫмаһын хәрби дан символына тиңләү тураһында закон проекты индерелде. “Бына нисәмә йыл Георгий таҫмаһы батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм халҡыбыҙҙың ныҡлығы символын кәүҙәләндерә”, – тип билдәләне “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары, ошо башланғыс авторҙарының береһе Андрей Турчак.
Таҫма бары тарихи хәтер менән бәйләнгән маҡсаттарҙа ғына ҡулланыласаҡ.
Фото: culture.ru