Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
22 Апрель 2022, 16:45

Кем ул “Беҙҙең заман геройы”?

Кешеләрҙең изге эштәре һәм ғәмәлдәре тураһында хәбәрҙар булайыҡ.

Кем ул “Беҙҙең заман геройы”?
Кем ул “Беҙҙең заман геройы”?

Бөгөн, 22 апрелдә, Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Х “Беҙҙең заман геройы” Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы була.

Бөтә Рәсәйҙән номинанттар баш ҡалаға килгән дә инде. Улар араһында Дондағы Ростов, Красноярск, Улан-Удэ, Кострома, Ҡазан, Һамар, йәнә Беларусь Республикаһы вәкилдәре бар. Шулай уҡ сарала “Голос.Дети” тамашаһы финалсыһы Стефания Соколованың һәм “Голос-10” шоуында ҡатнашҡан Маргарита Колотилинаның ҡатнашыуы көтөлә. Тантананы Рәсәйҙең халыҡ артисы, телевидение алып барыусыһы, “Моя прекрасная няня” сериалы героиняһы Ольга Прокофьева алып бара.

Мәртәбәле статуэтканы кем алыр һәм “Беҙҙең заман геройы” премияһының еңеүсеһе кем булыр, быны бөгөн белербеҙ! “Вся Уфа” һәм “БЮТ” телеканалдарында йәки “Бәйләнештә” төркөмөндә https://vk.com/wall-23300507_73805  һылтанмаһы аша награда тапшырыу тантанаһын тура эфирҙа киске сәғәт 7-лә ҡарарға була.

Кешеләрҙең изге эштәре һәм ғәмәлдәре тураһында хәбәрҙар булайыҡ! Геройҙар арабыҙҙа!

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: