Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Апрель 2022, 21:50

Батырҙар ҡайтты тыуған иленә

Башҡортостанда махсус хәрби операциянан ҡайтҡан Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәрен ҡаршы алдылар.

Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй гвардияһының төбәк идаралығы йыйылма бүлексәһе хәрбиҙәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне. Улар Украиналағы махсус хәрби операциянан ҡайтты.  

20 автомобилдән торған колонна Октябрьский, Туймазы һәм Өфө ҡалары урамдарынан үтте. Хәрби-патриотик клубтар, Рәсәй гвардияһы кластары тәрбиәләнеүселәре, автомобиль водителдәре һәм осраған кешеләр флаг, шар һәм ватансылыҡ плакаттары менән хәрби техникалы колонна уҙған юл ситенә теҙелеп, Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәрен йылы теләктәр һәм рәхмәт һүҙҙәре менән сәләмләне.

Егеттәрҙе уларҙың хеҙмәттәштәре лә илһөйәрлек флешмобы менән ҡаршы алды. Был көндө патруллек маршрутына бөтә республика буйынса Рәсәй гвардияһының ведомство һағы автомобилдәре артҡы тәҙрәһендә махсус символик билдәләр ҡуйып сыҡты. Өфөлә уларҙы туғандары һәм яҡындары ҡаршыланы.

Хеҙмәткәрҙәрҙе Рәсәй гвардияһының төбәк идаралығы начальнигы, полиция генерал-майоры Александр Бурдо тәбрикләне. Ул үҙ бурыстарын намыҫлы үтәгәндәре өсөн рәхмәт әйтте, шулай уҡ  хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталыҡтарын, күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын һәм ғүмергә хәүеф янаған шарттарҙа оҫта эшмәкәрлек алып барыуҙарын юғары баһаланы.

– Һеҙ командировканың һуңғы көнөнә тиклем Ватанға тоғро ҡалдығыҙ. Ауыр минуттарҙа ла берегеҙ ҙә ҡурҡаҡлыҡ һәм көсһөҙлөк күрһәтмәне, сираттағы тапҡыр еңеүсе ата-бабаларыбыҙҙың рухын һындырыу мөмкин булмағанын иҫбатланығыҙ. Үҙҙәренең ҡул аҫтындағыларҙы һаҡлап, уларҙың туғандары һәм яҡындары янына имен-һау ҡайтыуын тәьмин иткән командирҙарға айырым рәхмәт. Беҙҙең идаралыҡтың барлыҡ личный составы һеҙҙе командировканы уңышлы тамамлауығыҙ һәм өйгә ҡайтыуығыҙ менән ҡотлай, – тине Александр Бурдо.   

Рәсәй гвардияһының төбәк идаралығы начальнигы республика Башлығына яугирҙәргә хеҙмәт командировкаһы ваҡытында ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Һеҙ илдең төбәк етәкселәре араһынан тәүгеләрҙән булып Рәсәй гвардиясыларына кәрәкле ярҙамды күрһәттегеҙ, – тип билдәләне Александр Бурдо.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт һәм хәрби әҙерлек кимәлен юғары баһаланы.

– Үҙегеҙҙең хәрби бурысығыҙҙы үтәргә юлланғас, беҙ һеҙҙең өсөн ныҡ борсолдоҡ. Бөтәгеҙҙең дә өйгә иҫән-һау ҡайтыуығыҙҙы теләнек. Һәм бөгөн беҙҙең менән тулы составта булыуығыҙға шатбыҙ. Һеҙ был командировкалағы бурысты уңышлы һәм оҫта үтәнегеҙ. Бөгөн һеҙҙең ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ алдында баш эйәбеҙ. Һеҙҙең иҫ китмәле ауыр эшегеҙ беҙҙең илгә кәрәк. Балаларығыҙ һеҙҙең менән ғорурлана ала. Үҙ бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәгәнегеҙ өсөн рәхмәт! – тине Радий Хәбиров.  

Алдағы көндө Рәсәй гвардия хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡа ял көтә, унан һуң улар тағы ла көндәлек бурыстарын үтәй башлаясаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.        

Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Батырҙар ҡайтты тыуған иленә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: