79-сы янғын һүндереү часы етәксеһе Шамил Зәйнәғәтдинов хәбәр итеүенсә, ауыл эргәһендә үлән янып китә. Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына ут ағастарға, унан инде йорттарға күсмәй ҡала.
Утты күреп ҡалыу менән Тимофей менән Александр көрәк ала ла квадроциклға ултырып янғын урынына ҡуҙғала. Ул арала янғын һүндереүселәргә лә хәбәр итәләр. 9 А класында белем алған был үҫмерҙәрҙең уяулығы һәм батырлығы арҡаһында ут ауылға килеп етмәй.
Янғын һүндереүселәр һәм ауыл халҡы малайҙарға ҙур рәхмәтен еткерә.
Фото һәм мәғлүмәт “Иглин хәбәрҙәре” гәзитенән алынды.