Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашҡан офицерҙарға һәм курсанттарға Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Уның әйтеүенсә, Еңеү парадында кадет расчеты парады махсус диплом менән бүләкләнгән, өсөнсө урынды алған.
Тантаналы өлөштән һуң кадеттар строй менән йырлап үтте. Кадет мәктәбе директоры Фәнил Солтанғолов һөйләүенсә, мәктәп-интернатта Рәсәй Оборона министрлығының запастағы 11 офицеры эшләй, уларҙың барыһы ла “ҡыҙыу нөктә"ләрҙә булған, һәр береһе үҫмерҙәр күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.
"Миңә, Хәрби-медицина академияһын тамамлаған кешегә, үҫеп килгән быуындың офицер һөнәренә һоҡланып ҡарауын күреү шатлыҡлы, – тине Максим Забелин. – Тап Суворов училищеһы, кадет мәктәбе ысын ир-егеттәр тәрбиәләй, үҙ сиратында улар ысын ил һаҡсыһы була".
Билдәле булыуынса, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исемендәге башланғыс йәйге әҙерлек мәктәп-интернаты 2000 йылда асылған.
Фото: "Башинформ".