Бөтә яңылыҡтар

Гуманитар ярҙамды алып барып еткерҙеләр

"Бергәләп еңәбеҙ һәм ҡалаларыбыҙҙы тергеҙәбеҙ".

Гуманитар ярҙамды алып барып еткерҙеләр
Гуманитар ярҙамды алып барып еткерҙеләр

Башҡортостандан делегация Красный Лучҡа 165 тонна гуманитар ярҙам алып барҙы. Шулай уҡ ҡалаға 150 медицина хеҙмәткәре, юл эшселәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе белгестәре лә килде.

Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡына “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетының республикалағы ҡала-райондары гуманитар ярҙам йыйыу үҙәктәрендә йыйылған әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-ярағы, йылы кейемдәр оҙатылды.

"Красный Луч өсөн мөһим көн. Нацистар оккупацияһынан зыян күргән ҡалаларыбыҙҙы тергеҙеүҙә ярҙам кәрәк", – тине Луганск Халыҡ Республикаһы башлығы кәңәшсеһе Марина Филиппова.

Ул урындағы халыҡ менән бергә “фронттағы ауырлыҡтарға ҡаршы көрәшергә” килгән Башҡортостан кешеләренә рәхмәт әйтте.   

"Донбасстың еңеүе һәм иреклелеге яу яландарындағы көрәшкә генә түгел, ә беҙҙең бындағы эштәргә, хеҙмәт ҡаһарманлыҡтарына ла бәйле. Бергәләп еңәбеҙ һәм ҡалаларыбыҙҙы тергеҙәбеҙ", – тине Марина Филиппова.

Красный Луч хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко Рәсәйҙең һигеҙ йыл дауамында Луганск Халыҡ Республикаһына ярҙам күрһәтеүен билдәләне. "Беҙгә иҡтисади яҡтан аяҡҡа баҫыу өсөн Башҡортостандан ебәрелгән төҙөлөш техникаһы һәм бригадаһына, ярҙамға килгән медицина хеҙмәткәрҙәренә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәренә ҙур рәхмәт. Был ваҡиға тарихыбыҙҙа ҡаласаҡ", – тине ул.

Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов республиканан инде етенсе гуманитар конвой килгәнен билдәләне. “Гуманитар йөктән тыш, беҙ юл һәм коммуналь техникаһы, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы юлсыларын алып килдек”, – тине ул. Красный Луч, Петровское ҡалалары юлдарындағы соҡорҙарҙы ремонтлау эштәренә ошо көндәрҙә үк тотасаҡтарын әйтте.   

Красный Лучҡа медицина ҡорамалдары, дарыу препараттары, медицина тәғәйенләнешендәге әйберҙәр алып барғандар, ә Башҡортостандың табиптары урындағы халыҡҡа ярҙам итәсәк.

"Беҙҙең ергә ҙур медицина десанты килде. Граждандарыбыҙҙың һаулығын һаҡлау өлкәһендә берҙәм, һөҙөмтәле, уңышлы эшкә өмөт итәбеҙ", – тине “Известия” гәзите исемендәге Красный Луч ҡала күп профилле дауаханаһының баш табибы Сергей Перепелица.

Гуманитар ярҙамды барлыҡ юл дауамында ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр, журналистар, водителдәр, ирекмәндәр оҙатып барҙы. Был миссияны үтәгәндәр яңыраҡ тыуған еренә кире әйләнеп ҡайтты.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сайты.

Гуманитар ярҙамды алып барып еткерҙеләр
Гуманитар ярҙамды алып барып еткерҙеләр
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в