Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының башланғысына ҡушылып, бер көнлөк эш хаҡын Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы халҡына ярҙам итеп күсерҙе.
Шулай уҡ министрлыҡ тарафынан Луганск Халыҡ Республикаһында йәшәгән балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм сәләмәтлеген нығытыу йәһәтенән дә ярҙам күрһәтелә. Быйыл Красный Луч ҡалаһы балалары Башҡортостан лагерҙарында ял итәсәк.
- Республиканың 55 мәктәбе һәм 30 балалар баҡсаһы, куратор булараҡ, дөйөм һәм мәктәпкәсә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән эштәрҙе тәьмин итәсәк. Бынан тыш, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килгән 77 бала ла әлеге ваҡытта республика мәктәптәрендә уҡыуын дауам итә. Балалар баҡсаһына мохтаж бәләкәстәр йәшәү урыны буйынса урындар менән тәьмин ителгән, - тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Шулай уҡ быйыл IX класты тамамлаған – һигеҙ һәм XI класты тамамлаған биш уҡыусыға дәүләт йомғаҡлау һәм арауыҡтағы аттестациялау өсөн тейешле шарттар булдырылған.
Бөгөн республика колледждарында Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан килгән дүрт студент белем ала, ә 2022/2023 уҡыу йылында улар һаны тағы бишәүгә артасаҡ, тип күҙаллана.
Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы халҡына ярҙам итергә теләүселәр өсөн реквизиттар тәҡдим итәбеҙ.
Аҡса күсереү өсөн Социаль маҡсатлы программалар фонды реквизиттары:
ИНН 0274900243
КПП 027401001
ОГРН 1090200001825
ОКПО 61164359
ОКАТО 80401000000
адрес: 450078, г.Уфа, ул.Цюрупы, 17
р/с 40703810006000000514
в Башкирском отделении №8598 ПАО Сбербанк
к/с 30101810300000000601
БИК 048073601
Тел: (347) 2463876
Аҡса күсерер алдынан хәйриә ярҙамы күрһәтеүсе асыҡ оферта шарттары менән танышырға тейеш: (http://fscp.ru/fscp/upload/files/130522_1215_doc00726120220513094517)
Фото: news.myseldon.com