Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
27 Май 2022, 09:00

Эй, балаҡай, Айҙан нур алдың да Ҡояш нурҙарында юғалдың...

Мәүҙиға Баймөхәмәтованың был шиғыры Украиналағы махсус операция барышында һәләк булған ауылдашына арнала.

Эй, балаҡай, Айҙан нур алдың да Ҡояш нурҙарында юғалдың...
Эй, балаҡай, Айҙан нур алдың да Ҡояш нурҙарында юғалдың...

Эй, балаҡай, Айҙан нур алдың да
Ҡояш нурҙарында юғалдың.
Хәрби бурыс үтәп, шәһит китеп,
Ожмахтарға тура юл алдың.

Эй, балаҡай, беҙҙе зар илатып,
Ҡайғыларға һалдың бөтмәҫлек.
Күтәрергә көстәр етмәҫлекте,
Ҡайтырҙарға өмөт итмәҫлек.

Ил тотҡаһы – ир-уҙаман булып,
Йәшәргә лә ине, йәшәргә!
Ни әҙәп был: донъя ҡоторона,
Ҡырғындары тейә йәштәргә.

Нурлы булһын, улым, ҡәберҙәрең,
Ожмахтарҙа булһын урының!
Йәнкәйҙәрең йәннәттәрҙә булһын
Шәһит киткән башҡорт улының!

Әбйәлил районының Амангилде ауылында Украиналағы хәрби операцияла һәләк булған 27 йәшлек Айнур Ямаловты хәрби хөрмәт менән ерләнеләр. Уның атаһы Анисар ошо ауылдан.

Һалдатты һуңғы юлға оҙатырға 200-ләп кеше – туғандары, дуҫтары, класташтары, ауылдаштары, район хакимиәте вәкилдәре, Алкин хәрби часынан хәрбиҙәр, хәрби оркестр музыканттары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһынан хеҙмәткәрҙәр, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина килгәйне.

Айнур Ямалов 1994 йылдың 26 октябрендә күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуа, 67-се мәктәптә, технология колледжында уҡый. 2013 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла, һуңынан контракт буйынса армияла ҡала. Бүлексә командиры була.

Сержант Айнур Ямалов быйыл 31 мартта һәләк була. Уның ата-әсәһе, ҡустыһы, ҡатыны ҡалды.

"Лайыҡлы ул үҫтергәндәре өсөн Айнурҙың ата-әсәһе алдында баш эйәбеҙ. Беҙ һәр саҡ һалдаттың исемен хәтерҙә тотасаҡбыҙ", – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.

Беҙ Айнур Ямаловтың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, ата-әсәһенә, туғандарына сабырлыҡ теләйбеҙ.

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: