Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына бөгөн 100 йыл.
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Баймаҡ районынан алты яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Улар араһында берҙән-бер башҡорт егете Тәфтизан Миңлеғолов та бар. Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов 1922 йылдың 29 майында Йылайыр кантоны Темәс өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Күсей ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1941 йылдың декабрь айында Совет Армияһы сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуҙың беренсе көндәренән үк бөтә көсөн, энергияһын илдең бойондороҡһоҙлоғон яҡлап ҡалыу өсөн бирә, миномет расчеты командиры вазифаһында ҡаһармандарса һуғыша. 1943 йылдың сентябрендә ҡаты һуғыштарҙа граната менән немецтарҙың "Тигр" маркалы ауыр танкын яндыра. Беларусияның Гомель өлкәһендәге Черныш һәм Усохи ауылдары өсөн барған һуғышта ул дошман тылына үтеп инә, фашистар араһында паника тыуҙыра, дошмандың бер нисә миномет батареяһын юҡ итә. Автоматтан ут асып, ике тиҫтәгә яҡын дошман һалдатын сафтан сығара һәм батырҙарса һәләк була.
Мәктәп эҙәрмәндәре тарафынан Беларусияның Брагин район хәрби комиссариатынан ошондай хәбәр алынған: "Советтар Союзы Геройы гвардия сержанты Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов, 1922 йылда тыуған, Беларусь ССР-ы Гомель өлкәһе Брагин районының Галки ауылында туғандар ҡәберлегенә ерләнгән. Вафат булыуы тураһындағы карточкала Усохи хуторы күрһәтелгән, ләкин һәләк булған яугирҙәрҙең кәүҙәләре был урындан Галки ауылының туғандар ҡәберлегенә күсереп ерләнде".
Унан тыш, был ҡәберлектә Башҡорт атлы дивизияһынан Ҡәйүм Әхмәтшин (Советтар Союзы Геройы), Ғәбит Әхмәтов, Һиҙиәт Булатов, Сәлмән Биктимиров, Әбдрәүеф Дәүләтов (Советтар Союзы Геройы - Әбйәлил районы Хәлил ауылынан), Марат Ҡужалов, Әмир Хәйҙәров, Тимербулат Халиҡов, Ҡотләхмәт Хәйбуллин, Сафа Хәсәнов ерләнгән.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Тәфтизан Миңлеғолов Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән наградлана. 1944 йылдың 14 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Тәфтизан Таһир улы Миңлеғоловҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Күсей мәктәбендә, Тәфтизан Миңлеғолов исемен йөрөткән белем усағында йыл дауамында бик күп саралар планлаштырылған һәм үткәрелгән. Мәғариф бүлеге тарафынан 24 ғинуарҙан 26 февралгә тиклем уҡыусылар өсөн үткәрелгән хәрби-патриотик тәрбиә айлығы Т. Миңлеғоловтың 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған. Мәктәптә һүрәттәр, район буйынса иншалар конкурсы иғлан ителгән. Бөгөн ауылда митинг үтә, артабан Тәфтизан Миңлеғолов Кубогына теннис, волейбол һәм шашка ярыштары буласаҡ. Сарала Геройҙың туғаны Ғиниәт Игебаев, күрше Хәлил ауылынан Рәүеф Дәүләтовтың туғаны Руслан Әхәт улы Дәүләтов рәсми саҡырылған, ул Беларусь Республикаһына барып туғандар ҡәберлеген күреп ҡайтҡан кеше. Спорт ярышында Иҫке Сибай, Моҡас ауыл биләмәләренән һәм Әбйәлил районы Хәлил, Әлмөхәмәт ауылдарынан вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә.
Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғоловтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында яҡташтары күп эшләй. Геройҙың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 77 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейында мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейында уйып яҙылған. Баймаҡ ҡалаһында һәм тыуған ауылы Күсейҙә бюстар kуйылған, Баймаҡ ҡалаһында урам, Күсей ауылының үҙәк урамы уның исемен йөрөтә. Мәктәп музейында, залында айырым мөйөштәр булдырылған. Күсей ауылы мәктәбе спорт залында йыл һайын Т. Миңлеғолов призына район кимәлендә спорт ярыштары үткәрелә. Герой исемендәге кубокты төрлө йылдарҙа Иҫке Сибай, Урғаҙы, Күсей, Төркмән спортсылары яулаған. Йыл һайын Тәфтизан Миңлеғолов исемендәге күсмә кубокка Баймаҡ, Әбйәлил райондары командалары араһында футбол буйынса ярыштары, биш йылға бер Күсей ауылында Миңлеғоловтың хәтер кисәһе, район-ара ат сабыштары үткәрелә. 2015 йылда, Бөйөк Еңеүзең 70 йыллығы алдынан, Күсей мәктәбендә Геройға тактаташ асылды, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән 2020 йылда Күсей ауылы мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов исеме бирелгән. Герой вариҫтары һынатмай: дәртләнеп донъя көтә, тырышып белем ала.
Фото һәм сығанаҡ: Ҡунаҡбай Уйылданов.