Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
30 Май 2022, 23:00

“Уларҙың дәүләт наградалары, юғары исемдәре юҡ...”

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин "беҙҙең заман геройҙары"н тәбрикләне.

“Уларҙың  дәүләт наградалары, юғары исемдәре юҡ...”
“Уларҙың дәүләт наградалары, юғары исемдәре юҡ...”

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин шәхси сәхифәһенә яңы яҙма ҡуйҙы.

“Бөгөн ябай кешеләрҙе - ирекмәндәрҙе тәбрикләйбеҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ. Уларҙың дәүләт наградалары, юғары исемдәре юҡ. Уның ҡарауы, изге йөрәктәре һәм башҡаларға ярҙам итеү теләктәре бар. Улар - Донбасста йәшәүселәрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн көрәшкән Башҡортостан табиптары, шәфҡәтлелек күрһәтеүселәр. Яҡташтарыбыҙ гуманитар колонналар булдырыуҙа матди яҡтан булышлыҡ ҡыла, мәжбүри күскенселәрҙе ҡабул итеүҙә ярҙам күрһәтә. Ирекмәндәр - беҙҙең заман геройҙары. Улар ихлас күңелдән, үҙ ихтыяры менән мохтаждарға эскерһеҙ ярҙам итә. Бының өсөн барыһына ла Башҡортостан Республикаһы етәкселеге исеменән һәм шәхсән үҙемдән ҙур рәхмәт”, - тип яҙҙы Максим Забелин.

Фото: М. Забелиндың шәхси сәхифәһе.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: