

Дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр Рафаэль Байдәүләтовтың наградаларының бында бәләкәй өлөшө генә яҙылған әле. Бөгөн ул – “Ғорурланыу өсөн сәбәп бар” асыҡ проекты геройҙарының береһе.
Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов үҙенең хеҙмәт юлын Магнитогорск металлургия комбинатында башлай. Ул ваҡытта техник училище тамамлаған йәш егет үҙен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры булып китер һәм төбәктең мөһим мәсьәләләрен хәл итер тип күҙ алдына ла килтермәгән!
1998 йылда, дефолт осоронда, республиканы көрсөктән сығарырға кәрәк ине. Шул ваҡыттарҙа Рафаэль Байдәүләтов Башҡортостанда производствоны тергеҙеүҙә ҡатнашты, Нефтекама автозаводында һәм Өфө троллейбус заводында булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республикаға идара итеү үҙәгенең Башҡортостан юлдаш телеканалы менән берлектәге “Ғорурланыу өсөн сәбәп бар” проекты барыбыҙ ҙа ғорурлана алырлыҡ яҡташтарыбыҙ менән таныштыра.
Ә һеҙ кем менән ғорурланаһығыҙ? Поводгордиться.рф сайтына инеп, һеҙҙе лә ошо акцияла дәррәү ҡатнашырға саҡырабыҙ!