Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
7 Июнь 2022, 18:00

Өфөлә Даян Мурзинға һәйкәл асылды

Радий Хәбиров: "Даян Баян улы һуңғы көндәренә тиклем киләсәккә ышаныс менән ҡараған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһе ине".

Өфөлә Даян Мурзинға һәйкәл асылды
Өфөлә Даян Мурзинға һәйкәл асылды

Бөгөн “Нур” театры эргәһендәге скверҙа Бөйөк Ватан һуғышының легендар батыры, совет партизаны һәм разведчик Даян Мурзинға һәйкәл асылды.

Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин, дәүләт власы, тәртип һаҡлау органдары, суд ведомстволары етәкселәре, прокуратура хеҙмәткәрҙәре, ветерандары ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы һәйкәлде булдырыу тәҡдиме менән сығыусыларға һәм уның авторҙарына рәхмәт белдерҙе.

– Даян Баян улы Мурзин ысын яугир, һәләтле разведчик, тәртип һаҡлау органдарының яҡшы етәксеһе, шулай уҡ һәйбәт, яҡты күңелле кеше булды. Һуңғы көндәренә тиклем киләсәккә ышаныс менән ҡараған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһе ине. Был һәйкәлде асып, беҙ уның батырлыҡтарына, тормош юлына хөрмәт белдерәбеҙ. Бөгөн, Украинала махсус хәрби операция барған саҡта, ҡаһарман ветерандарыбыҙҙы һәр саҡ иҫтә тотабыҙ, уларҙан өлгө алабыҙ. Әле йәш быуын унда, Украинала, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ күрһәтә. Даян Мурзинға һәм Ватаныбыҙҙың барлыҡ тоғро һаҡсыларына мәңгелек дан! – тине Радий Хәбиров.

Сарала Рәсәй Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин, Башҡортостан прокуратураһы ветераны Сыңғыҙ Ғәзизов, прокуратура хеҙмәткәрҙәре, ветерандары сығыш яһаны. Барыһы ла Даян Мурзиндың батырлыҡтарын һәм тыныс тормоштағы намыҫлы хеҙмәтен иҫкә алды.  

Һәйкәл асыу сараһында Геройҙың ейәнсәре Альбина Мурзина ла ҡатнашып сығыш яһаны.

– Беҙҙең ғаилә һәйкәл булдырыуҙа ҡатнашҡан барыһына ла рәхмәтле. Олатайым тормош юлын Тыуған илде яҡлауға, халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышланы. Ул һуғыштағы хәрби дуҫтарын юғалтҡан саҡтағы иң ауыр минуттарҙы гел иҫкә алыр һәм, үҙем өсөн дә, дуҫтарым өсөн дә лайыҡлы йәшәргә тейешмен, тиер ине. Был бурысын намыҫ менән үтәне, – тине Альбина Мурзина.

Даян Мурзин 1921 йылда Баҡалы районының Иҫке Балыҡлы ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем ауыл мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләй. 1941 йылдың майында Рига хәрби училищеһын тамамлай һәм Балтика буйы хәрби округының 10-сы уҡсылар дивизияһының взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. 1941 йылдың 22 июнендә һуғышҡа китеп, яу аҙағына тиклем үҙ бурысын ҡаһармандарса үтәй. Тыныс тормошта прокуратура һәм тәртип һаҡлау органдарында хеҙмәт юлын дауам итә, 20 йылға яҡын республиканың Адвокаттар коллегияһы етәксеһе була. Йәш быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индерә, ветерандар хәрәкәте эше менән шөғөлләнә. Интернациональ дуҫлыҡ музейы етәкселек итә. 2012 йылдың 10 февралендә Өфөлә вафат була.

Халҡыбыҙ һәр ваҡыт ил һаҡсыларына оло хөрмәт менән ҡараған. Даян Мурзинға һәйкәл асыу - ошо изге йоланың бер сағылышы. Эйе, батыр үлһә лә, даны мәңге йәшәй.

Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты һәм Р. Мусина.  

Өфөлә Даян Мурзинға һәйкәл асылды
Өфөлә Даян Мурзинға һәйкәл асылды
Өфөлә Даян Мурзинға һәйкәл асылды
Өфөлә Даян Мурзинға һәйкәл асылды
Өфөлә Даян Мурзинға һәйкәл асылды
Өфөлә Даян Мурзинға һәйкәл асылды
Өфөлә Даян Мурзинға һәйкәл асылды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в