Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә Бөрйән районы егеттәрен әрме сафына бейеп оҙатыуҙары тураһындағы видеояҙма күптәрҙә һоҡланыу уятты. Байназар ауыл биләмәһе төркөмөндәге был видеоны меңдәрсә кеше ҡарап, үҙ фекерҙәрен яҙҙы. Ысынлап та, буласаҡ һалдаттарҙың күңелен күтәрерлек, тыуған тупрағында ойоҫҡота баҫып, дәртле йырлап бейеүҙәрен күргәс тә, уларҙың әрме хеҙмәтен тамамлап та тап шулай ҡаршылаһындар ине тигән теләк барлыҡҡа килгәндер һәр кемдә.
"Бөгөн, 13 июнь бер төркөм егеттәребеҙҙе, әрме сафына оҙаттыҡ. Ир-егеттең төп бурысы - илде һаҡлау, ил алдындағы бурысығыҙҙы имен-аман атҡарып, иҫән-һау Тыуған яктарға әйләнеп ҡайтығыҙ! Егеттәр, афарин, ысын башҡорт егеттәренә хас күтәренке кәйефтә "Бөрйән егеттәре" бейеүен бейеп юлға сыҡтылар. Аҡ юлдар һеҙгә!", - тигән матур һүҙҙәр менән видеоны ҡуйған Байназар ауыл биләмәһе төркөмө.
Беҙ ҙә буласаҡ һалдаттарға имен-һау хәрби бурыстарын үтәп, тиҙерәк тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Видео: Байназар ауыл биләмәһе төркөмөнән.