Ҡыйыу дүрт яҡташыбыҙ, “Башҡортостан авиалиниялары” авиакомпанияһының ТУ-134 экипажы пилоттарының Рәсәй Президенты Указы менән 26 йылдан һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ваҡиғаға асыҡлыҡ индереүҙе кәрәк тип таптыҡ.
1996 йылдың 23 авгусында Анапанан Өфөгә юл тотҡанда самолет ҡоштар тубы менән бәрелешә. Пилоттарҙың ҡыйыулығы, етеҙлеге арҡаһында ғына фажиғәгә тарымайҙар. Улар самолетты ергә ултырта һәм алтмышҡа яҡын пассажирҙың ғүмерен ҡотҡара. Экипаждың ҡаҙанышын юғары награда менән билдәләүҙә Башҡортостан Башлығының ролен билдәләргә кәрәк. Геройҙарҙың береһе, экипаждың элекке штурманы Салауат Хәбиров 26 йылдан һуң бындай наградаға тәҡдим итеүҙе көтөлмәгән хәл тип иҫәпләй.
“Әлбиттә, шатмын. Беҙҙең экипаж менән булған ваҡиғаны пилоттарҙың йәш быуыны тәжрибә итеп алһын өсөн һөйләргә кәрәк. Авиакомпанияла шундай профессионалдар эшләгәнен иҫкә алһындар өсөн. Мин яңыраҡ экипаж командиры Владимир Былданың ейәндәре менән осраштым. Улар олаталарының ысын герой икәнен белмәгәндәр ҙә. Һис һүҙһеҙ, был көтөлмәгән награда – Ҡаһарманлыҡ ордены уның хаҡында ҙур иҫтәлек буласаҡ”, – тигән аңлатма биргән герой “Башинформ” агентлығына.
Яҡташтарыбыҙҙы һуңлап булһа ла эҙләп тапҡан ҙур награда менән ҡотлайбыҙ! Бына ул геройҙар: Константин Бузанов, Петр Филиппов, Салауат Хәбиров һәм Владимир Былда (вафат булғандан һуң).
Фото:”Башинформ”