Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
21 Июнь 2022, 19:00

“Бында ҡалырға теләмәһәгеҙ ҙә, үпкәләмәйбеҙ...”

Утҡа тотоу башланғас та, берәү ҙә был урынды ташлап китмәй, табиптар төнө буйы подвалда яралыларҙы ҡабул итә.

“Бында ҡалырға теләмәһәгеҙ ҙә, үпкәләмәйбеҙ...”
“Бында ҡалырға теләмәһәгеҙ ҙә, үпкәләмәйбеҙ...”

Донбассҡа хәҙер хәрби табиптар ғына түгел, ә илдең төрлө төбәктәренән ябай хеҙмәт кешеләре лә ярҙамға барырға ашыға. Луганск Халыҡ Республикаһы табиптары менән улар иңде-иңгә терәшеп эшләй.

...Красный Луч ҡалаһы дауаханаһы эргәһендәге көслө шартлау ҙур емереклектәргә килтергән. Һигеҙ йыл эсендә бындай ҙа ҡот осҡос емереклектәр булғаны юҡ ине әле, ти бында йәшәгән халыҡ. Табиптар ауырыуҙарҙы палаталарҙан башҡа тынысыраҡ бинаға эвакуациялай. Башҡортостан табиптары халыҡ республикаһы еренә яңы ғына аяҡ баҫҡан. Утҡа тотоу башланғас, Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығы хәлдең ауырлығын иҫкәртеп, “ҡалырға теләмәһәгеҙ ҙә, үпкәләмәйбеҙ”, тигән. Тик бер кемдең дә ауырлыҡтан ҡурҡып кире ҡайтып китергә иҫәбе юҡ. Табиптар төнө буйы подвалда яралыларҙы ҡабул итә. Иртә менән балалар баҡсаларындағы 300-гә яҡын кешене алып сығып, медицина ярҙамы күрһәтә, кемделер йыуата, тынысландыра, яраларын бәйләй. Журналист Әмир Йосопов  беҙҙең республика белгестәре менән дә әңгәмәләшкән.

Башҡортостандан килгән табиптар бригадаһы етәксеһе Линар Ғүмәров әйтеүенсә, “аҙ ғына ваҡыт эсендә барыһы менән дә яҡынлашып, туғанлашып бөттөк, һәр кем күңелгә яҡын, һәр береһенә ярҙам итке килә”. Табиптар тәүҙә ауырыуҙарҙы дауалау, кәңәш биреү кеүек ғәҙәттәге эштәре менән шөғөлләнеүгә иҫәп тотһа, хәҙер улар ашығыс ярҙам ролен үтәй. Медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә ныҡлыҡ, түҙемлек һәм сәләмәтлек теләйбеҙ. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Фото: 1tv.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: