Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
5 Июль 2022, 21:45

“Муса Гәрәев беҙҙең өсөн – батырлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш өлгөһө"

Кадеттары Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған автоуҙышта ҡатнашты.

“Муса Гәрәев беҙҙең өсөн – батырлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш өлгөһө"
“Муса Гәрәев беҙҙең өсөн – батырлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш өлгөһө"

4 июлдә Башҡортостандың “Витязь-юниор” республика диңгеҙ пехотаһы хәрби-патриотик кадет үҙәгенең Кушнаренко бүлексәһе кадеттары летчик-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған автоуҙышта ҡатнашты.

Сарала Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Рәсәй ДОСААФ-ының Өфө автомәктәбе, “Внедорожник” клубы, Башҡортостандың Волейбол федерацияһы вәкилдәре, авиация ветерандары, Ғафури районы ДОСААФ-ының урындағы бүлексәһе рәйесе Василий Николаевич Калачигов ҡатнашты.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Турайәнованың сәләмләү һүҙенән һуң Муса Ғайса улының туғаны Светлана Гәрәева данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тормош юлы тураһында һөйләне.

Витязь кадеттары М. Гәрәевтең тормошо, дөйөм алғанда, авиация тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды, Бөйөк Ватан һуғышы ҡоралдары һәм табылдыҡтары күргәҙмәһендә, Кушнаренконан һуң Дүртөйлө - Үрге Йәркәй - Иләкшиҙе - Ташшишмә - Бишҡурай маршруты буйынса юлланған автоуҙыш эсендә һәм машиналар янында фотоға төшөп, ыңғай тәьҫораттар алды.

Был турала социаль селтәрҙәрҙә йәмәғәтсе Олег Галин яҙҙы, ойоштороусыларға рәхмәт әйтте.

“Муса Гәрәев беҙҙең өсөн – батырлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, яуаплылыҡ, әҙәплелек һәм кешелеклелек өлгөһө, беҙ уның менән ғорурланабыҙ!” – тип яҙҙы ул.

Фото: Кушнаренко районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: