Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
9 Июль 2022, 14:30

Еңеү паркында - еңеү рухы

Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, летчик Муса Гәрәевтең ҡәберлегендә булды.

Еңеү паркында - еңеү рухы
Еңеү паркында - еңеү рухы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Еңеү паркында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, летчик Муса Гәрәевтең ҡәберлегендә булды. Бөгөн республикабыҙҙа ҡаһармандың тыуыуына 100 йыл тулыу билдәләнә.

Тантанала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов, ветерандар, почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе легендар летчик-штурмлаусының ҡәберенә сәскәләр һалды, шулай уҡ Муса Гәрәевтең туғандары менән аралашты, уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне.

Күп милләтле республикабыҙ халҡы исеменән Башҡортостан Башлығы шулай уҡ үлемһеҙ ҡаһарманлыҡ ҡылған Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндарҙың һәйкәлдәренә лә сәскә һалды. Билдәле булыуынса, тап шул урында Мәңгелек ут яна.

Рәсәй менән Башҡортостандың гимндарынан һуң, тантанала ҡатнашыусылар бер минут тын ҡалып Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайта алмаған хәрбиҙәрҙе хәтергә алды.

Сара һуңында “Первушин” аэродром комплексы пилоттары легендар яҡташыбыҙ Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан сығыш яһап, төрлө трюктар күрһәтте.

Мәса Гәрәев 1922 йылдың 9 июлендә әлеге Илеш районының Иләкшиҙе ауылында тыуған. Сталинградтан алып Кенигсбургҡа тиклем хәрби юл үткән. 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры. Ул Бөйөк Ватан һуғышы тарихында ике “Алтын йондоҙ”ҙо бер көндә алған ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы. Был ваҡиға 1945 йылдың 1 майында булған.

Һуғыштан һуң Муса Гәрәев күп йылдар республика ДОСААФ-ы етәксеһе булған, йөҙәрләгән йәш пилот әҙерләгән, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған, хәрби-патриотик тәрбиә биреү менән шөғөлләнгән.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: