Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
9 Июль 2022, 12:00

Халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр

Радий Хәбиров: "Бөгөн Муса Ғайса улы Гәрәевтең тыуыуына йөҙ йыл. Башҡортостандың лайыҡлы улы, ысын патриот. Ғорурланабыҙ!"

Халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр
Халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр

Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙма ҡуйҙы. 

"Бөгөн Муса Ғайса улы Гәрәевтең тыуыуына йөҙ йыл.

Легендар лётчик-штурмлаусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, яҡташтарыбыҙ араһында берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы – уның наградаларын һанап бөтөрлөк түгел. Батырлыҡтары – мәңгегә халыҡ хәтерендә.

Яугир, Башҡортостандың лайыҡлы улы, рухлы ысын патриот. Ғорурланабыҙ! Геройыбыҙ мәңге хәтерҙә!" - тип яҙҙы ул. 

Фото Р. Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: