Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
9 Июль 2022, 13:30

Илештәр Геройҙың исемен лайыҡлы йөрөтөр

Муса Гәрәевтең тыуған ерендә матур байрам саралары үтте. 

Илештәр Геройҙың исемен лайыҡлы йөрөтөр
Илештәр Геройҙың исемен лайыҡлы йөрөтөр

2022 йылдың 9 июлендә яҡташыбыҙ, легендар летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тула. Ошо уңайҙан кисә, 8 июлдә, Геройҙың тыуған ерендә – Илеш ерендә, Үрге Йәркәйҙә, Бишҡурай ауыл советы ауыл биләмәһенең Ташшишмә ауылында тантаналы саралар уҙҙы. Сараға бихисап абруйлы ҡунаҡтар саҡырылғайны.

Был көндә Үрге Йәркәйҙә М. Гәрәев музейы биләмәһендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев һәйкәлен асыу тантанаһы үтте. Унда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев, транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков, мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, экология министры урынбаҫары Азат Басиров, мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмил Бәхтизин, республика ветерандары советы рәйесе Валерий Шәрипов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Мансур Ахунов, Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры Алмаз Сәйетов ҡатнашты. Тантаналы митингта Муса Гәрәевтең улы Евгений Гәрәев, килене, ейәндәре, туғандары булды. Геройға һәйкәл муниципалитеттың хәйриә фонды иҫәбенә төҙөлдө. Авторы – Магнитогорск ҡалаһынан скульптор Сергей Елкин.

Артабан тантана геройҙың тыуған төйәгендә – Ташшишмә ауылында һабантуй рәүешендә дауам итте. Геройҙың яҡташтарын һәм ҡунаҡтарҙы өс атта милли кейемдә икмәк, бауырһаҡ менән ҡаршы алдылар. Бер үк ваҡытта сәхнәлә “Мираҫ” ансамбленең “Сатыр эргәһендә” композицияһы барҙы. Сараны асыу тантанаһынан һуң Рәсәй һәм Башҡортостанр гимны аҫтында флаг күтәрелде, ҡунаҡтар менән таныштырыу булды. Флагтарҙы күтәреү хоҡуғы М. Гәрәев исемендәге кооперативтың алдынғы тракторсыһы З. Мусинға, машина менән һауыу операторы Ф. Дәүләтоваға тапшырылды. Геройҙың данлы яҡташтары парадта үтте.

Летчик-штурмлаусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы М. Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған байрам театрлаштырылған тамаша менән дауам итте. “Герой юлы менән” спектакленән өҙөк ҡарағанда күптәрҙең күҙҙәре йәшләнде. Әҙәби-музыкаль тамаша Муса Гәрәевтең “Йәшәйем һәм хәтерләйем” китабы нигеҙендә әҙерләнгән. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре уның бала, үҫмер сағы, уҡыу йылдары, һуғыш осоро, һөйгәне менән осрашыу мәле тураһында йөкмәткеле матур мәғлүмәт бирҙе. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – “Сағыл” халыҡ театры етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльвира Миңлеғолова.

Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин сәләмләү һәм ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны.

– Беҙ бөгөн ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уның тыуған төйәгенә йыйылдыҡ. Уның ауыл халҡының иң яратҡан һәм көтөп алған байрамдарының береһе – һабантуй менән тура килеүе икеләтә ҡыуаныслы. Был байрамға башҡа район һәм ҡала вәкилдәренең килеүе лә шатлыҡлы, – тине ул. – Бөгөнгө байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ, яҡшы кәйеф теләйем. Герой-яҡташыбыҙҙың тыуған көнө менән тура килгән хеҙмәт байрамы алдыбыҙҙа торған эштәр һәм яңы ҡаҙаныштар өсөн көсөбөҙҙө арттырһын!

Илдар Мостафин белдереүенсә, Муса Гәрәев исемендәге ауыл хужалығы кооперативы хеҙмәтсәндәре, райондың бөтә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре кеүек үк, яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарған, ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәгән. Шулай уҡ Бишҡурай ауылы биләмәһендә йәшәүселәр әлеге байрамды, данлы яҡташтары юбилейын лайыҡлы ҡаршылай.

“Беҙҙең өсөн Муса Ғайса улы - оло ғорурлыҡ, уның ҡаһарманлыҡ өлгөләрен йәш быуынға патриотик һәм әхлаҡи тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡулланырға тырышасаҡбыҙ”, – тине ул үҙ сығышында.

Геройҙың юбилей сараһында Константин Толкачев, Рафаэль Мәрҙәншин, Илдар Әхмәтвәлиев сығыш яһаны.

– Данлы геройҙың исеме илебеҙ, Башҡортостан тарихына мәңгелеккә яҙылған, – тип билдәләне Константин Толкачев. – Күренекле яҡташтарыбыҙ, Башҡортостандың иң лайыҡлы һәм данлы улдары тураһында һорау килеп тыуһа, һәр кемдең хәтерендә тап ошо исем беренселәрҙән булып ҡалҡып сыға. Уны барыһы ла белә. Ул – юғары бейеклектәге герой һәм полководец, уның абруйына һүҙ тейерлек түгел. Геройҙың яҡташтары ла Муса Ғайса улы Гәрәевтең исемен юғары йөрөтөр, уның эштәренә, ҡаһарманлыҡтарына тиңләшер, хеҙмәттә һәм тормошта иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшер тип ышанам. Беҙ Геройыбыҙҙың илһөйәрлек рухын һаҡларға, балаларыбыҙҙа сыҙамлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләргә тейешбеҙ. Уның хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк.

Байрам сараһы барышында Илеш районы үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән М. Гәрәев исемендәге кооператив алдынғылары бүләкләнде. Наградлауҙан һуң Муса Гәрәевтең ауылдашы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Р. Хәкимов сығыш яһаны.

Артабан “Первушин” аэродромы осоу төркөмөнөң күрһәтмә сығышы байрамдың ысын биҙәге булды. Был матур тамаша ҡунаҡтарҙың хәтерендә оҙаҡҡа ҡаласаҡ. Рәйлә Зарипова башҡарыуында Рәсәй тураһында патриотик һүҙҙәр, “Торабыҙ” йыры яңғыраны.

Артабан ҡунаҡтар Ташшишмә ауылында яңы ғына төҙөкләндерелгән, ремонттан һуң үҙ ишектәрен асҡан М.Ғ. Гәрәевтең йорт-музейында булды.

Шулай уҡ Өфө ҡалаһының “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, райондың һәүәҫкәр коллективтары сығыш яһаны.

Милли уйындар һәм спорт ярыштары ла әүҙем үтте. Һабантуй биләмәһендә фотоһүрәттәр өсөн зона, тирмәләге музей, хәрби техника күргәҙмәһе ойошторолдо. Был сараға Илеш халҡы һәм район ҡунаҡтары ҙур теләк менән килде.

Легендар батыры – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәев хөрмәтенә Илеш ерендә байрам саралары шулай матур үтте.

Фото: Илеш районы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: