Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
12 Июль 2022, 21:30

Ҡарағыҙ: "Миссия үтәлерлек"

Кәрим Хәкимов тураһындағы фильмға һылтанма - яҙмала.

Ҡарағыҙ: "Миссия үтәлерлек"
Ҡарағыҙ: "Миссия үтәлерлек"

Кәрим Хәкимов Бишбүләк районының Дүсән ауылында тыуған. Совет Рәсәйенең Сәғүд Ғәрәбстанындағы беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле. Легендар шәхес. Ғәрәп Көнсығышы белгесе. Быйыл республикала уның тыуыуына 130 йыл тулыу билдәләнә.

Үҙенең шәхси һәм профессиональ сифаттары арҡаһында Кәрим Хәкимов дипломатик мөнәсәбәттәр булдырыуға ҙур өлөш индергән. Сәғүдтәрҙең яңы дәүләтен ойоштороуҙа ҡатнашҡанда Ғәбдел Әзиз ибн Сәғүд династияһына нигеҙ һалыусының яҡын дуҫы була.

“Миссия үтәлерлек” – Яҡын Көнсығышта йоғонто яһау өсөн көрәштә Кәрим Хәкимовтың роле тураһында һөйләгән документаль фильм. Хажға барып, ул совет дипломатияһының йәшерен миссияһын башҡара. Был бурысты нисек булһа ла үтәргә кәрәк. Был хаҡта ошо һылтанма буйынса инеп ҡарағыҙ: https://smotrim.ru/video/2441186

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенетең социаль селтәрҙәге төркөмө.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: