Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында хәрбиҙәребеҙ Донбассты азат итеү өсөн көрәшә. Украиналағы хәрби хәрәкәттәрҙән зыян күргәндәргә һәр ҡайһыбыҙ ярҙам күрһәтә ала.
Ошо маҡсатта Донбасс халҡына, яугирҙәргә ярҙам йыйыу ойошторолдо. “Барыһы ла еңеү өсөн” Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты мәрхәмәтлек фондының ниәте изге. Был эште федераль каналдарҙың хәрби журналистары, илдең билдәле кешеләре алып бара. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бронежилеттар, квадрокоптерҙар, аҙыҡ-түлек, медицина, көнкүреш тупланмалары, каскалар, планшеттар, ноутбуктар һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән дә, шулай уҡ финанс ярҙам күрһәтергә мөмкин. Ошо маҡсатта Рәсәй Федерацияһының 85 төбәгендә лә халыҡ фронтының төбәк бүлексәләре эшләй.
Халыҡ фронты – йәмәғәт ойошмаһы. Илдең әүҙем кешеләре берләшеп мөһим һорауҙарҙы хәл итеүҙә ҡатнаша. Быйыл февралдән Халыҡ фронты Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәргә гуманитар ярҙам күрһәтә, ваҡытлыса йәшәү пункттарындағы мәжбүри күсенеүселәргә булышлыҡ итә.
Бергә булғанда Еңеүҙе яҡынайта алабыҙ. “Барыһы ла Еңеү өсөн” порталы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге сайтта белә алаһығыҙ: https://pobeda.onf.ru/
Фото: "Башинформ".