Бөтә яңылыҡтар

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар!

Радий Хәбиров: "Халыҡ колоннаны бар республика биләмәһе буйлап оҙатты, кешеләр егеттәребеҙҙең ниндәй мөһим эш башҡарасағын аңлап ҡабул итә".

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар!
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар!

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрби тематика буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты. Ул Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон яугирҙәренә уңыштар, сәләмәтлек, ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндән һуң барыһының да иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне.

Билдәле булыуынса, уларҙы 6 июлдә “Патриот” хәрби-патриотик паркында оҙатҡайнылар. Радий Хәбиров әлеге ваҡытта батальондың Ырымбур өлкәһендәге Тоцк полигонында хәрби әҙерлек үтеүен әйтте.

– Халыҡ колоннаны бар республика биләмәһе буйлап оҙатты, кешеләр егеттәребеҙҙең ниндәй мөһим эш башҡарасағын аңлап ҡабул итә, – тине Радий Хәбиров.

Был батальонды булдырыу идеяһы - Алик Камалетдиновтыҡы. Әлеге ваҡытта ул Башҡортостан Башлығының республика хәрбиҙәре менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе тип билдәләнде.

– Ҙур хәрби тәжрибәгә эйә ул. Хәҙерге шарттарҙа беҙгә шундай кеше кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Алик Камалетдинов Советтар Союзы маршалы К. Рокоссовский исемендәге Алыҫ Көнсығыш юғары дөйөм ғәскәр команда училищеһын, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған.

1996 - 2000 йылдарҙа - Төньяҡ Флоттағы диңгеҙ пехотаһының айырым бригадаһында танкка ҡаршы взвод командиры, десант-штурм взводы командиры. Төрлө орден-миҙалдар менән наградланған.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в