Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Июль 2022, 16:30

Батыр сержанттың кәүҙәһен туғандары ил сигенә барып аласаҡ...

Яугирҙең “Батырлыҡ өсөн” миҙалынан тыш, хәрби кейем ҡалдыҡтары ла табыла.

Батыр сержанттың кәүҙәһен туғандары ил сигенә барып аласаҡ...
Батыр сержанттың кәүҙәһен туғандары ил сигенә барып аласаҡ...

Латвияның Приекульск крайында “Журавли” эҙләү отряды һәм “Front Line” хәрби-тарихи берекмәһе  эҙәрмәндәре ҡаҙыу эштәрен башҡарғанда Башҡортостандың Мишкә районында тыуып үҫкән сержант Ғәлим Бикбулатовтың ҡәберен таба. Яугирҙең “Батырлыҡ өсөн” миҙалынан тыш, хәрби кейем ҡалдыҡтары табыла.

Эҙәрмәндәр етәксеһе Андрей Лазурин һөйләүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был районда ҡаты һуғыштар барған. Курляндия ғәскәрҙәре төркөмө 1944 йылдың көҙөндә ҡыҫымға алына. Латвияның көнбайыш өлөшө Германия ғәскәрҙәре оккупацияһы аҫтында ҡала. Был ерҙәрҙә 1945 йылдың 8 майына ҡәҙәре ҡан ҡойош дауам иткән.

“Сержант Ғәлим Бикбулатовтың туғандары бик күп булып сыҡты, беҙ уларҙы социаль селтәрҙәр аша эҙләп таптыҡ. Улар ил сигенә килеп етеп, олаталары һәм ҡартаталары кәүҙәһен ҡаршы алырға һәм тыуған яҡтарына алып ҡайтырға әҙер”, – тигән Андрей Лазурин “Башинформ” хәбәрсеһенә.

Фото:”Фронт Лайн” сайты, fotoload.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: