Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Июль 2022, 11:50

Батырлыҡ өсөн ваҡыт сик түгел

Башҡортостан осоусылары 26 йылдан һуң Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булды.

Тормош йыш ҡына күҙ алдына ла килтермәгән боролоштары, сиселештәре, көтөлмәгән асыштары менән таң ҡалдыра. Яңыраҡ Башҡортостан халҡы бынан 26 йыл элек яҡташ пилоттарыбыҙҙың хайран ҡалырлыҡ ҡыйыулыҡ, профессионаллек күрһәтеүе тураһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Өфө осоусылары, авиация ветерандары Владимир Былда (үлгәндән һуң), Салауат Хәбиров, Конс­тантин Бузанов һәм Петр Филипповты Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградлауы тураһындағы Указы буйынса белде.

Указ баҫылып сығыу менән барыбыҙ ҙа ошондай иҫтәлекле ваҡиғанан ситтә ҡалғаныбыҙҙы, был ҡаһарманлыҡ хаҡында бер ни ҙә ишетмәүебеҙҙе белеп, ғәжәпләндек. Беҙҙең пилоттар, 1996 йылдың 23 авгусында двигателе янып барған самолетты ныҡышмаллыҡтарын, ихтыяр көсөн туплап, ергә ултыртып, 57 пассажирҙың, өс борт проводнигының ғүмерен һаҡлап ҡала, әммә был хаҡта бик аҙҙар белгән. Шулай ҙа ғәҙеллек ҡайһы саҡта, таш ҡаяны ярып сыҡҡан эдельвейс сәскәһе кеүек, һис көтмәгәндә ҡалҡып сыға.

Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған штурман Салауат ХӘБИРОВ.

– Салауат Сафа улы, сирек бы­уаттан һуң экипаж батыр­лы­ғының лайыҡлы баһаланыуы ме­нән ысын күңелдән ҡотлай­быҙ! Үҙегеҙҙе нисек хис итәһегеҙ, тулҡынландығыҙмы?

– Ҡотлауығыҙға ҙур рәхмәт. Әле­гә был шатлыҡлы ваҡиғаға ахырынаса ышанып етә алмайым. Награданы ҡулға алып, иптәштә­рем менән ҡосаҡлашып, бер-беребеҙҙе ихлас ҡотлашҡас, командирыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, хәтирәләребеҙ менән уртаҡлашҡас, бәлки, төшөм өнгә әүерелер.

– Бынан 26 йыл элек булған хәлде иҫкә төшөрәйек әле. Августың 23-ө ниндәй көн ине?

– Ғәҙәти эш көнө тип хәтер­лә­йем. “Башҡортостан авиалиниялары” авиакомпанияһының “Ту-134” самолеты менән Өфөнән Анапаға килеп төштөк. Бер сәғәт эсендә яғыулыҡ менән тәьмин итеү, багаж бүлегенә әйберҙәрҙе урынлаштырыу эштәрен тамамланыҡ. Борт проводниктары салонды тикшерҙе, яңы пассажирҙарҙы урындарына оҙатты.

Көньяҡ ҡояшы ҡайнар нурҙарын йәлләмәй һибә, йылы, күңел тыныс. Шунан алда ғына диңгеҙҙә шторм булып, көслө тулҡын ылымыҡтар менән бергә ҡыҫала, ваҡ ҡабыр­саҡ­тарҙы ярға сығарғайны. Ошо те­реклек донъяһының мыжғыуы аварияға килтергән сәбәптәрҙең береһе булды ла инде. Яр буйын­дағы бындай мул һыйға йөҙәрләгән диңгеҙ ҡоҙғоно ябырыла.

Анапала орнитологик хәл һәр саҡ көсөргәнешле булды. Осоу һыҙаты диңгеҙгә табан һуҙыла, ә ул саҡта ҡоштарҙы ҡурҡыта торған приборҙар ҙа юҡ ине. Самолет, ерҙән айырылып, һауаға күтәрелә башлау менән көслө бәрелеү тауышы ишетелде. Был саҡта тиҙлек сәғәтенә 300 километр тәшкил итә. Бәй, ҡапыл ул кәмей башланы – 260! Күрше кабиналағы Констан­тинға ҡысҡырам: “Ҡайҙа тиҙлек?!” Бак дүрт сәғәт осошҡа етерлек яғыулыҡ менән тулы, уны яндырыу өсөн әйләнеш яһап осорға техник мөмкинлек юҡ. Беҙ самолетты нисек тә булһа ергә ултыртырға тейешбеҙ!

Һул двигатель сәселеп, таралып, ҡойолоп бөттө. Ниндәйҙер мөғжизә менән янғын самолеттың планерына күсергә өлгөрмәне, командир бурысын ювелирҙарса теүәллек, һалҡын ҡанлылыҡ менән башҡарҙы, төтөн ҡаплаған аэро­дром­ға пилот менән бергәләп самолетты ултырта алды.

– Белгестәр аварияны тик­шер­гәндән һуң ниндәй ҡарарға килде?

– Дәүләт комиссияһы самолет­тың диңгеҙ ҡоҙғондары тубы менән бәрелешкәнен, ҡайһы берҙәренең һул двигателгә эләккәнен асыҡ­ланы. Һуғылыу шул тиклем көслө булған, хатта турбинаның титан “көрәк”тәре бөгөлгән һәм онталып бөткән, двигатель урынында бары буш “мискә” генә ҡалған. Янған өлөш­тәре, ергә ҡойолоп, уты ҡоро үләнгә тоҡанған. 18 минут барған осош беҙҙең өсөн мәңгелек булып тойолдо.

– Технологик процесс боҙол­ған, ҡорамалдар эшлектән сыҡ­ҡан бындай хәүефле хәлдә экипаж нисек бер ҡарарға килә, ихтыярын туплай ала?

– Уҡыуҙар, күнекмәләр бары­шын­да двигатель эшләмәгән ос­раҡта ниндәй маневрҙар яһау мөм­кинлеген тренажерҙарҙа өйрәнә­беҙ, әммә күнекмә менән ысын­бар­лыҡ – икеһе ике ғәмәл, айырма ҙур. Беренсенән, экипаж егеттә­ренең профессионаллеге, икенсе­нән, командирыбыҙ Владимирҙың оҫталығы, ныҡлы ихтыярлы кеше булыуы ярҙам итте.

Беҙ барыбыҙ ҙа үҙ эшебеҙҙе еренә еткереп башҡарырға тырыш­тыҡ, бер кем дә үҙен “ҡаһарманлыҡ ҡылдым” тип уйламаны. Кисереш­тәргә, ҡаушауға бирелергә ваҡыт та, әмәл дә булманы. Траптан төш­кәс тә устарым менән ергә ҡағыл­дым. “Ҡәҙерлем минең, еркәйем!” – тип эсемдән ҡабатлай-ҡабатлай, үҙемә бөгөн ҙур бүләк яһағаныма ҡыуандым...

Пассажирҙарға ғәҙәти булмаған проблемалар хаҡында һөйләп аңлатырға экипаждың ваҡыты булманы. Аэропорт хеҙмәткәрҙәре был хәлде “техник сәбәптәр буйынса” тип хәбәр итте. Аҙаҡ багаж бүлексә­һендә, эҫелектән иреп, иҙәнгә төбө йәбешкән пакет һәм сумаҙандарҙы аҡтарып бушатҡанда, ҡәнәғәтһеҙ­лектәре йөҙҙәренә сыҡҡан ҡайһы бер пассажирҙар менән аңлашырға тура килде. Ҡунаҡханаға урынлаш­ҡан өсөн үҙ кеҫәңдән түләргә кәрәк­леге лә күптәрҙе борсоуға һалды. Пассажирҙар үҙҙәренең күлдәктә тыуыуҙарын, ғәҙәттән тыш ваҡиғаның нисек тамамланыу ихтималын күҙ алдына ла килтермәне шикелле.

Авиакомпания етәкселеге ғәҙәти булмаған күңелһеҙ хәл тураһында хәбәр  таралыуын теләмәне, күрә­һең. “Маладистар! Ҡорбандар ҙа, яралылар ҙа юҡ – отлично!” – тип ҡулды ҡыҫтылар. Батырлыҡ күрһә­те­үебеҙ, кешеләрҙең ғүмерен һәм техниканы һаҡлап ҡалыуыбыҙ өсөн хеҙмәт кенәгәһенә рәхмәт һүҙҙәре яҙылды, 100 һум тирәһе премия бирҙеләр.

– Ғәҙеллектең тантана итеүенә нимә этәргес булды?

– Йәшерен-батырын түгел, уныһы үҙе айырым бер ваҡиға. 2019 йылдың 15 авгусында “Урал авиалиниялары” компанияһының пассажирҙар лайнеры, Мәскәүҙән Симферополгә осҡанда аҡсарлаҡ­тар тубы менән бәрелешеп, ике двигателе лә эшлектән сыҡҡанлыҡ­тан кукуруз яланына ултырырға мәжбүр булды. Бында ла пассажир­ҙар ғүмерен секундтар хәл итте. Дәүләт-ара авиация комитеты тикшереүҙәренән һуң был ваҡиғаны мөғжизәгә тиңләнеләр, судно капитаны Дамир Йосоповҡа һәм пилот Георгий Мурзинға “Рәсәй Геройы” исеме бирелде, биш борт проводнигы Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнде. Уларҙың ифрат ҙур көсөргәнеш кисереп, 233 кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыуына пилоттарҙың хеҙмәтен яҡшы күҙ алдына килтергән иптәштәрем менән бергә һоҡландыҡ, ғорурлан­дыҡ. Икенсе яҡтан,  үткән быуатта­ғы хеҙмәттәштәремдең ҡыйыулығы, оҫталығы асыҡ сағылған ваҡиғаны бөгөн бер кемдең дә иҫләмәүе, хәтергә лә алмауы, Аэрофлот музейында бер ниндәй эҙ һаҡланма­уы эсте бошорҙо. Командирыбыҙ Владимир Былда Курскиҙа вафат булды, ҡалғандарыбыҙ “Башҡор­тос­тан авиалиниялары” ябылғас, Мәскәү авиакомпанияларында эшләне, хәҙер бөтәбеҙ ҙә пенсияла, Өфөлә йәшәйбеҙ.

Бер һүҙ менән әйткәндә, Дамир Йосоповтың батырлығына бәйле ваҡиға менән рухланып, үҙебеҙ кисергән ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле материалдарҙы архивтан эҙләп таптым, хеҙмәттәштәрем менән кәңәш­ләштем, һәр беребеҙ хаҡын­да документтар тупланым. Бер нисә матбуғат баҫмаһы биттәрендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрҙе теркәнем. Сирек быуат элек булған ваҡиғаны тергеҙеп, йәмәғәтселеккә сығарыу анһат булманы. Өҫтәүенә коронавирус пандемияһы арҡаһын­да эш һуҙылды. “Рәсәй пенсионер­ҙары союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Александр Кузнецовҡа документтарҙы әҙерләүҙә ярҙам ҡулы һуҙыуы, ә журналистарға дөрөҫлөктө һүрәтләгән яҙмалары, дәртләндереүҙәре өсөн ҙур рәхмәт белдергем килә.

Башҡортостандың үҙ батырҙа­рын хөрмәт итә белеүе бөтә Рәсәй­гә билдәле. Был йәһәттән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелеүе, Арктика тикшеренеүсе­һе, танылған полярник Валериан Альбанов исемендәге музей асылыуы – шуға миҫалдарҙың бер нисәһе генә. Барыһы ла Баш­ҡор­тостан Башлығы Радий Хәбиров­тың ярҙамы, теләге менән тормош­ҡа ашырылды. 26 йылдан һуң беҙҙең экипаждың көтөлмәгән ҙур баһаға лайыҡ булыуына Радий Фәрит улының әүҙемлеге, ихлас­лығы, кешелеклелеге ярҙам итте.

 Минең өсөн бөгөн иң ҡиммәте – сирек быуат ғүмер үткәндән һуң  ғәҙеллектең тантана итеүе, хаҡлы ялдағы хеҙмәттәштәрҙең тормошонда “аҡ бит”тәрҙең тергеҙелеүе. Әйҙә балалары, ейәндәре атай-олатайҙары менән ғорурланһын өлгө алһын! 

-   Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: