Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
17 Июль 2022, 18:15

Уға исемде полководец хөрмәтенә ҡушҡандар...

Алыш ваҡытында 4-се ротаның өсөнсө взводының бөтә десантсылары ла һәләк була.

Уға исемде полководец хөрмәтенә ҡушҡандар...
Уға исемде полководец хөрмәтенә ҡушҡандар...

Бөгөн, Александр Доставаловтың тыуған көнө хөрмәтенә, кадеттар ата-әсәләре һәм уҡытыусылары менән Рәсәй Геройы бюсына сәскә һалды. Һәйкәл Ишембайҙағы уның исемен йөрөткән Башҡорт кадет корпусы биләмәһендә урынлашҡан.

1963 йылдың 17 июлендә Рәсәй Геройы Александр Васильевич Доcтавалов тыуған. Туғандары әйтеүенсә, уға исемде бөйөк полководец Суворов хөрмәтенә ҡушҡандар. Бала саҡтан Александр хәрби кеше булырға хыялланған, армия һынауҙарын да лайыҡлы үтә. Ул Чечен Республикаһы биләмәһендә законһыҙ бандит төркөмдәре ағзаларына ҡаршы көрәштә һәләк була. Күрһәткән батырлығы өсөн Рәсәй Геройы исеме бирелә.

Башҡорт кадет корпусы директорының хәрби әҙерлек буйынса урынбаҫары Андрей Герасимов уртаҡлашыуынса, корпус Герой исемен лайыҡлы йөрөтә һәм һынатмай, бәгән иһә уны иҫкә алырға йыйылғандар. Каникул мәле булыуға ҡарамаҫтан, кадеттар митингта ҡатнашыр өсөн килгән.

– Герой һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһында ҡатнашыу минең өсөн ғорурлыҡ. Бала саҡтан кадеттарҙың плацта маршта йөрөгәнен күҙәттем һәм үҙемдең дә уларҙың береһе булғым килде. Беренсе кластан унда уҡырға инергә әҙерләнә башланым – физкультура менән шөғөлләндем. Киләсәктә үҙемде хәрби хеҙмәткә бағышларға йыйынам, – тине IX класс уҡыусыһы Тамерлан Семенов.       

Александр Доставалов Өфөлә тыуған. 1981 йылда армияға алына. Рязань десант полкында хеҙмәт итә. 1983 йылда ул ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡлы Рязань юғары хәрби-десант команда училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон 1987 йылда тамамлағас, уның барлыҡ тормош юлы хәрби хеҙмәт юлы Псков ҡалаһында урынлашҡан 76-сы гвардия һауа-десант дивизияһына һәм 104-се гвардия парашют-десант полкына бәйле була.  

1987 йылда – взвод командиры, 1991 йылда рота командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Полк составында Советтар Союзының барлыҡ “ҡыҙыу нөктәләр”ҙе үтә: Ереван, Баку, Ош, Узген, Днестр буйы.

1994 йылда Александр Васильевич 6-сы рота командиры итеп тәғәйенләнә. Бүлексә яугирҙәре менән Чечен Республикаһында конституцион тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнаша, Аргун һәм Гудермес райондарында бандит төркөмдәрен ҡыйрата, Төньяҡ Кавказдағы терроризмға ҡаршы алып барылған операция ваҡытында Грозныйҙа һуғыша.

1999 йылда батальон командиры урынбаҫары була. 2000 йылдың 1 мартында Доставалов, үҙенең начальнигы – батальон командиры Марк Евтюхин менән бергә, 4-се ротаның өсөнсө взводы менән 6-сы ротаға ярҙамға юллана. Уның взводы дошман уты аҫтынан юғалтыуһыҙ уңышлы үтә һәм 6-сы рота позицияһына сыға. Алыш ваҡытында 4-се ротаның өсөнсө взводының бөтә десантсылары ла һәләк була. Александр Доставалов, яраланһа ла, алышты дауам итә, тик сираттағы йәрәхәте командир өсөн үлемесле була.

– Улыбыҙға исемде бөйөк рус полководецы Суворов хөрмәтенә ҡуштыҡ. Уны бала саҡта ла Суворик тип йөрөттөләр. Минең улым дуҫтары һәм ҡул аҫтындағылары менән ауыр мәлдәрҙә Александр Суворов принцибын һайлай ине: үҙең һәләк бул, дуҫтарыңды ҡотҡар! Улыбыҙ башҡалар өсөн йәшәне һәм үҙ ғүмерен Тыуған иле өсөн бирҙе! – тине уның яҡындары.  

Батырҙы уның атайсалында ла онотмайҙар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән Башҡорт кадет корпусына Герой исеме бирелде, уҡыу учреждениеһы биләмәһендә Александр Доставаловҡа бюст ҡуйыла, Башҡортостандан Украинаға махсус хәрби операция үтергә юлланған икенсе ирекмәндәр батальонына ла Рәсәй Геройы, майор Доставалов исеме бирелде.   

Алексей Николаев тексы, Лилиә Астафьева фотолары.

Уға исемде полководец хөрмәтенә ҡушҡандар...
Уға исемде полководец хөрмәтенә ҡушҡандар...
Уға исемде полководец хөрмәтенә ҡушҡандар...
Уға исемде полководец хөрмәтенә ҡушҡандар...
Уға исемде полководец хөрмәтенә ҡушҡандар...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: