Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
21 Июль 2022, 20:00

Ҡаһарман яҡташыбыҙ хаҡында фильм ҡарағыҙ

22 июлдә “Башҡортостан 24” телеканалында 6-сы Псков десантсылары ротаһы иҫтәлегенә арналған “Бейеклек” (“Высота”) документаль фильмын ҡарай алаһығыҙ. 

Ҡаһарман яҡташыбыҙ хаҡында фильм ҡарағыҙ
Ҡаһарман яҡташыбыҙ хаҡында фильм ҡарағыҙ

 “Башҡортостан 24” телеканалында Светлана Константинова менән Морат Камаловтың 6-сы Псков десантсылары ротаһы иҫтәлегенә арналған “Бейеклек” (“Высота”) документаль фильмын ҡарағыҙ.

Унда 2000 йылдың 29 февраленән 1 мартына ҡарай төндә Улус-Керт эргәһендәге легендар һуғыштың сәбәптәре, үҙенсәлектәре һәм эҙемтәләре тураһында һөйләйҙәр. Көс буйынса байтаҡҡа өҫтөн торған террорсылар менән бәрелештә 84 яугиребеҙ, шул иҫәптән яҡташыбыҙ Александр Васильевич Доставалов һәләк була. Бейеклекте һаҡлаған десантсыларҙың барыһының да тиерлек ғүмере өҙөлә, ни бары алтыһы ғына иҫән ҡала. Яраланған Александр Доставалов яугирҙәргә етәкселеген дауам итә. Ләкин сираттағы йәрәхәт үлемесле була.

“Башҡортостан 24” телеканалында “Бейеклек”  документаль фильмын 22 июлдә 10 сәғәт 15 минутта һәм 19 сәғәттә ҡарағыҙ.

 

Ҡаһарман яҡташыбыҙ хаҡында фильм ҡарағыҙ
Ҡаһарман яҡташыбыҙ хаҡында фильм ҡарағыҙ
Ҡаһарман яҡташыбыҙ хаҡында фильм ҡарағыҙ
Ҡаһарман яҡташыбыҙ хаҡында фильм ҡарағыҙ
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: