Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
2 Август 2022, 14:15

Был кешеләргә ҡарағыҙ әле...

"Элек “ҡанатлы гвардия”ла хеҙмәт иткән һәм зәңгәр береттарҙы әле йөрөткәндәрҙе ҡотлайым", тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Был кешеләргә ҡарағыҙ әле...
Был кешеләргә ҡарағыҙ әле...

Бөгөн илдә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө байрамы билдәләнә. Ошо уңайҙан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быға ҡағылышы булған һәр кемде социаль селтәрҙәр аша тәбрикләне.

“Фотолағы йөҙҙәргә күҙ һалығыҙ. Тыныс, тәрән, ышаныслы ҡараш... Күпте кисергән, ләкин ситуацияға тиҙ һәм сифатлы тәьҫир итә белгән кешеләрҙең ҡарашы... Яуаплылыҡтан ҡурҡмаған, Тыуған илгә тоғро кешеләрҙең ҡарашы.

Бөгөн Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө, барыһын да ҡотлайым!

Рәсәй Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ булған яҡташтарыбыҙҙың батырлығы үлемһеҙ.

Был – 104-се гвардия парашют-десант полкы командиры, гвардия полковнигы Сергей Тулин. Ул Гудерместы боевиктарҙан азат иткән саҡта ҡаһарманлыҡ күрһәткән.

Был – парашют-десант батальоны командиры урынбаҫары, гвардия майоры Александр Доставалов. Ул Чечен Республикаһында боевиктарҙың ҙур көстәре менән һуғышта һәләк була.

Был – Дағстанда террористар менән һуғышта яраланған хәрби иптәштәрен дошмандың мина ярсыҡтарынан үҙе менән ҡаплаған гвардия сержанты Артур Ҡорбанғәлиев.

Һәм был үҙенсәлекле, көслө характерлы, үҙ миҫалы менән ҡыйыулыҡ һәм намыҫтың нимә икәнен күрһәткән кешеләр.

Улар Бөйөк Ватан һуғышында, Афғанстанда, контртеррористик операцияларҙа үҙҙәрен күрһәтте. Бөгөн яҡташтарыбыҙ илде һәм туғандаш Донбассты нацизмдан һаҡлай.

Элек “ҡанатлы гвардия”ла хеҙмәт иткән һәм зәңгәр береттарҙы әле йөрөткәндәрҙе ҡотлайым.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйем.

Уртаҡ йортобоҙға, Тыуған илебеҙгә тыныслыҡ һәм именлек теләйем”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә"ге Радий Хәбировтың сәхифәһенән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: