Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
3 Август 2022, 14:00

"Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров М.Шайморатов исемендәге Башҡорт мотоуҡсылар батальоны яугирҙәренең хәлен белеште

"Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!”
"Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров М.Шайморатов исемендәге Башҡорт мотоуҡсылар батальоны яугирҙәренең хәлен белеште. Был турала ул социаль селтәрҙә:

“Бөгөн беҙ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡорт мотоуҡсылар батальонының хәрби әҙерлек үтеү урынына килдек.

Беҙҙең яугирҙәр – күп быуаттар буйына тыуған ерен һаҡлаған яугирҙәр тоҡомынан. Һәм һуғыштарҙа еңә инеләр. Хәҙер ҙә шулай булыр тип ышанам.

Егеттәргә – афарин, ҡуйылған бурыстарҙы үтәй. Командирҙар уларҙы маҡтай, был бик мөһим.

Беҙ үҙ яғыбыҙҙан был батальонды һәм Александр Доставалов исемендәге батальонды кейем, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек, медикаменттар менән тәьмин иттек. Туғандары һәм яҡындары менән бәйләнешкә сыҡтыҡ, уларҙың өйҙәренең тылын ҡаплайбыҙ.

Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!” – тип яҙҙы.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: