Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
4 Август 2022, 16:30

Ҡыҙы Сафия атаһы үлгәндән һуң бер нисә көн үткәс донъяға килә...

"Ғәлинурыбыҙҙы ауылдаштарыбыҙ ҙа алсаҡ йөҙлө, кеше менән тиҙ аралашып китеүсән, ярҙамсыл итеп белә.  Өйләнеп, Шамил исемле улын һөйөргә лә өлгөргәйне. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы..."

Ҡыҙы Сафия атаһы үлгәндән һуң бер нисә көн үткәс донъяға килә...
Ҡыҙы Сафия атаһы үлгәндән һуң бер нисә көн үткәс донъяға килә...

Украиналағы махсус хәрби операция барышында Бөрйән районынан өлкән лейтенант Ғәлинур Нурғәле улы Сөләймәнов батырҙарса һәләк булды. Яңыраҡ уны тыуған еренә алып ҡайтып ерләнеләр.

“Бөрйәндәр” социаль төркөмө сәхифәһендә егеттең ата-әсәһе һуңғы кисерештәре менән уртаҡлашҡан. Беҙ уны һеҙгә еткерәбеҙ.


“...Ҡояшлы йәйге матур көн минут эсендә беҙҙең өсөн дөм ҡараңғыға әйләнде – беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, Украинала барған махсус операция ваҡытында ҡәҙерле улыбыҙ, өлкән лейтенант Ғәлинур Нурғәле улы Сөләймәнов батырҙарса һәләк булды. 
Ошондай оло ҡайғы менән яңғыҙ ҡалһаҡ, ни эшләр инек? Ярай әле, изге күңелле кешеләр бар. Ауыр ваҡытта беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған, һәр яҡтан терәк булырға тырышҡан изге күңелле кешеләргә: ауылдаштарға, күрше-күләнгә, туғандарға, ҡырҙан килеп еткән туғандарға, район, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, дауахана хеҙмәткәрҙәренә, полиция бүлексәһе, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының райондағы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә, Мәсем клубы, Яңы Мөсәт мәктәбе коллективтарына, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтарына, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға, Ғәлинурҙың һәм үҙебеҙҙең класташтарға. Ғөмүмән, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ҡәҙерлебеҙҙе оҙатышырға килгән, килмәһә лә, күңеле менән беҙҙең янда булған кешеләргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 


Бала ҡайғыһынан да ауыр ҡайғы юҡтыр... Киләсәктә беребеҙгә лә бындай ҡайғыларҙы күрергә яҙмаһын. Раббыбыҙ барыбыҙға ла именлек, сәләмәтлек, рух ныҡлығы насип итһен. 


Ғәлинурыбыҙ XI кластан һуң Санкт-Петербург ҡалаһындағы Михайлов исемендәге хәрби-артиллерия академияһына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамланы. Чечен Республикаһының Урус-Мартан ҡалаһында взвод командиры булып хеҙмәт юлын башланы. Киң күңелле, асыҡ йөҙлө, ихлас күңелле ҡәҙерлебеҙ хеҙмәттәштәре араһында тиҙ арала хөрмәт яуланы. 
Украинала барған махсус хәрби операцияның тәүге көнөндә үк ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәне, вәғәҙәһенә тоғро ҡалды. 
Ғәлинурыбыҙҙы ауылдаштарыбыҙ ҙа алсаҡ йөҙлө, кеше менән тиҙ аралашып китеүсән, ярҙамсыл итеп белә. 


Өйләнеп, Шамил исемле улын һөйөргә лә өлгөргәйне. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙы Сафияны күрергә насип булманы – атаһы үлгәндән һуң бер нисә көн үткәс, 1 августа ғына донъяға килде бәләкәсебеҙ. 
Күҙ ҡарабыҙ Ғәлинурыбыҙҙың ятҡан урыны тыныс булһын. 
Һин беҙҙең күңелебеҙ түрендә, ҡәҙерлебеҙ...“ – тип яҙа ата-әсәһе, туғандары.

Ватан өсөн ғүмерен биргән Ғәлинурҙың ата-әсәһенең – Әлфирә һәм Нурғәле Сөләймәновтарҙың, тормош иптәшенең һәм туғандарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/burzyandar.

Ҡыҙы Сафия атаһы үлгәндән һуң бер нисә көн үткәс донъяға килә...
Ҡыҙы Сафия атаһы үлгәндән һуң бер нисә көн үткәс донъяға килә...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: