Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
5 Август 2022, 14:30

Уларҙың күҙҙәре янып тора!

Урал Килсенбаев Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон егеттәре менән осрашты. 

Уларҙың күҙҙәре янып тора!
Уларҙың күҙҙәре янып тора!

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон егеттәренең хәрби әҙерлек үткән урынына барҙы. Делегация составында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе уынбаҫары Урал Килсенбаев та булды. Хәбәрселәр унан был ергә ниндәй маҡсат менән килеүен һорашты.

– Ысынында, тиҙ арала ҡарар ҡабул иткән һәм бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йыйылған йәштәрҙе үҙ күҙҙәрем менән күргем килде, сөнки ғорурлыҡ тойғоһо көслө.  Ысынлап та, бындағы егеттәр иң яҡшылары, беҙ быға инандыҡ. Баҫыуҙа, күнекмәләрҙә һәм атыштарҙа булғанда, Радий Фәрит улы бөтә командирҙарҙан, һәр йүнәлеш буйынса кураторҙарҙан “беҙҙең егеттәр нисек?” тип һорап торҙо. Бөтәһе лә бер тауыштан, улар әҙерлекле, ә әлегә етерлек кимәлдә әҙер булмағандарының күҙҙәре янып тора, тиҙәр. Әлбиттә, был - ҙур ғорурлыҡ. Беҙ ғорурланабыҙ.

– Һеҙ батальонды булдырған саҡта ойоштороу эштәрендә ярҙам иттегеҙ. Кемделер мәжбүр итеү кеүек нәмәләр булмағандыр бит?

– Һис тә юҡ. Хатта хәҙер ҙә бында булғанда ла егеттәр тыныс ҡына ғариза яҙа һәм эштән сыға ала. Һәм бер ниндәй эҙемтә лә булмаясаҡ. Уларҙың ғаиләләре ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ. Әле бында булған 400-ләп кеше барыһы ла үҙ теләге менән.

Тиҙҙән Доставалов исемендәге батальонға ла мотлаҡ барасаҡбыҙ. Әйткәндәй, Доставалов батальонына барған оборона министры урынбаҫары кимәлендәге ҙур хәрби начальниктар шулай уҡ башҡорттарҙың бик яҡшы әҙерлекле, дисциплиналы булыуын билдәләне.  Беҙ улар менән дә ғорурланабыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: