Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Август 2022, 15:00

97 йәшлек инәй эшкә тотондо, ә һеҙ?

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Аҡъяр ауылынан тыл хеҙмәтсәне Миңзада Рыҫбаева беренселәрҙән булып акцияға ҡушылған.

97 йәшлек инәй эшкә тотондо, ә һеҙ?
97 йәшлек инәй эшкә тотондо, ә һеҙ?

Бөтә ил буйынса иғлан ителгән «Өләсәйем хәстәрлеге» акцияһына Хәйбулла районының оҫта ҡуллы хужабикәләре лә ҡушылды. Акцияны тәүгеләрҙән булып райондың ветерандар йәмғиәте әүҙемселәре күтәреп алған.

Кешеләр яҙмышына һәм ауыр хәлдә ҡалған Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында йәшәгәндәргә битараф булмаған хәйбуллалар  йылы әйберҙәр бәйләй башлаған һәм әҙер булғандарын бер урынға туплауҙы ойошторған. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Аҡъяр ауылынан 97 йәшлек тыл хеҙмәтсәне Миңзада Рыҫбаева беренселәрҙән булып акцияға ҡушылған.

Акция барышында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында яңғыҙ өлкәндәр, мохтаж балалар өсөн бейәләй, ойоҡбаш, шарф, свитер һәм башҡа әйберҙәр йыйыла. Бөтә ҡул эштәре Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәргә йүнәлтеләсәк. Йылы әйберҙәр Аҡъяр ауылы, Батанов урамы, 12 адресы буйынса 17-се кабинетта ҡабул ителә.

Теләүселәр, акцияға һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ!

Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

97 йәшлек инәй эшкә тотондо, ә һеҙ?
97 йәшлек инәй эшкә тотондо, ә һеҙ?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: