Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Август 2022, 13:15

"Патриот" паркына - Герой исеме!

Сираттағы һөжүм ваҡытында гранаталарҙың береһе офицерҙан ике метр алыҫлыҡта килеп төшә. Өлкән лейтенант Максим Серафимов уны үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплай һәм ҡул аҫтындағыларҙы үлемдән ҡотҡара...

"Патриот" паркына - Герой исеме!
"Патриот" паркына - Герой исеме!

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, “Патриот” хәрби-патриотик паркына Рәсәй Геройы, өлкән лейтенант, яугир-десантсы Максим Серафимовтың исеме биреләсәк. Әле был туралағы бойороҡ әҙерләнә.

Махсус тәғәйенләнеш төркөмө командиры Максим Серафимов 27 февралдә разведка отряды составында дошмандың көслө утына эләгә. Өлкән лейтенант, ҡыйыу һәм тәүәккәл эш итеп, 30 дошманды һәм бер бронетранспортерҙы юҡ итә. Һуғыш барышында подразделение 10 сәғәттән ашыу бинаны һаҡлай. Сираттағы һөжүм ваҡытында гранаталарҙың береһе офицерҙан ике метр алыҫлыҡта ҡолап төшә. Өлкән лейтенант Максим Серафимов уны үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплай һәм ҡул аҫтындағыларҙы үлемдән ҡотҡара.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Өфөнән Максим Серафимовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.

“Патриот” патриотик лагерына бәйле тағы бер яңылыҡ – Радий Хәбиров киләһе йылда Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн унда билдәләргә тәҡдим итте.

Билдәле булыуынса, быйыл 2 августа “Десантсылар быуыны союзы” һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте һәм Хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитовҡа 2023 йылда Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.

“Десантсыларыбыҙ - бик хәрби егеттәр, илһөйәрлек тәрбиәһендә уларҙың роле ҙур. “Патриот” паркында бай программа әҙерләргә мөмкин, унда ялан кухнялары ойошторорға ла, Геройҙар уҙышын да үткәрергә, хәрби техниканы күрһәтергә лә мөмкин. Алып барып, алып ҡайтыуҙы ойошторабыҙ”, – тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ"

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: