Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
9 Август 2022, 21:00

Радий Хәбиров БМП-нан атып ҡараны

Ә һәр яугиргә боронғо башҡорт ҡалҡаны һүрәте төшөрөлгән бетеү тапшырылды.

Радий Хәбиров БМП-нан атып ҡараны
Радий Хәбиров БМП-нан атып ҡараны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Александр Достовалов исемендәге доброволецтар батальоны хәрбиҙәре менән осрашты. Улар менән аралашты, махсус хәрби операцияла уңыштар теләне. 

“Башҡортостандан делегация менән Доставалов исемендәге батальоныбыҙ хәрби әҙерлек үткән урынға килдек. Һәр яугиргә боронғо башҡорт ҡалҡаны һүрәте төшкән бетеү тапшырҙыҡ. Ошондай уҡ талисманды аҙна элек Шайморатов исемендәге батальондағы хәрбиҙәребеҙгә лә биргәйнек. Был эштәргә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күңел йылыһы һеңгән.

Хәрби командирҙар Доставалов һәм Шайморатов исемендәге батальондағы егеттәребеҙҙе бик маҡтай. Башҡорттар ғүмер баҡый көслө һәм ҡыйыу булған. Тыуған илебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт итегеҙ, егеттәр! Ә беҙ тылда һеҙгә ярҙам итеп итеп торорбоҙ”, - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә.

Радий Хәбиров БМП-нан атып та ҡараны. "БМП-нан атҡандан һуң тир бәреп сыҡты. Был - ауыр, ысын ирҙәр эше. Федоровка районынан булған егеткә рәхмәт - хәрби машинаның төҙөлөшөн ентекләп аңлатты", - тип яҙҙы ул һуңынан.

Фото: Р. Хәбиров сәхифәһенән. 

 

Радий Хәбиров БМП-нан атып ҡараны
Радий Хәбиров БМП-нан атып ҡараны
Радий Хәбиров БМП-нан атып ҡараны
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: