

Луганск Халыҡ Республикаһына 21-се гуманитар ярҙам ылауы юлға сыҡты. Колонна составында – һигеҙ йөк машинаһы. Водителдәр әйтеүенсә, юлдағы бер тәүлек ваҡыт тиҙ үтә.
“Мин 20 йыл рулдә. Юл йөрөргә яратам. Бөгөнгө ылау - минең өсөн өсөнсөһө. Фекерҙәштәр командаһының бер өлөшө булыуыма ҡыуанам. Эш хәүефле, тик үҙеңдең кәрәкле эшкә тотоноуыңды аңлау менән ҡурҡыу тойғоһо юғала. Беҙ, водителдәр, бөтәһен дә хәбәрләшеп эшләйбеҙ, ашап алыу өсөн генә туҡталабыҙ. Кабинала икәүбеҙ, арыһаҡ, бер-беребеҙҙе алмаштырабыҙ. Балаларҙың тиҙерәк яңыртылған мәктәпте күреүен, 1 сентябргә уҡырға килеүен теләйбеҙ”, – ти водитель Роберт Сәләхов.
Сираттағы гуманитар ярҙам генерал Минеғәле Шайморатов исемендәге 22-се Петровский мәктәбе өсөн тәғәйенләнгән. Төҙөлөш материалдары тейәлгән йөк ауырлығы – 123 тонна. ”Был ылауҙың үҙенсәлеге шунда – водителдәрҙең күпселеге Донбассҡа тәүге тапҡыр бара.Төҙөлөш материалдарының ҙур өлөшөн гипсокартон биләй, әле ул төҙөүселәргә бик кәрәк. 1 сентябргә тиклем мәктәпкә капиталь ремонтты тамамларға ашыға улар”, – ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Фото:”Берҙәм Рәсәй “ партияһы ойошмаһының матбуғат хеҙмәте.