

Ул былай тине:
“Кабинеттан ситтә уҙғарылған бындай саралар коллективҡа тупланырға, бер-береңде яҡшыраҡ белергә ярҙам итә. Командала ҡатнашыусылар һайлағанда бер кемде лә өгөтләргә тура килмәне. Төп үлсәмдәр – спорт бэкграунды һәм теләк. Ә беҙҙә бындай хеҙмәткәрҙәр күп. Һөҙөмтәлә барыһы ла һәйбәт килеп сыҡты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы командаһы үҙ-ара килешеп дәррәү сығыш яһаны, һәр кем үҙен күрһәтә алды. Физкультура һәм спортты пропагандалаған өсөн республика етәкселегенә рәхмәт”.
Евгений Соколов фотоһы.