

Бөгөн "Патриот" паркында балалар араһында ла "Геройҙар уҙышы" булды. Арсений Диков үҙенең тәъҫораттары менән шулай тип уртаҡлашты.
“Мин волейбол спорты менән шөғөлләнәм. Уҙышта ҡатнашырға әсәйем төҡдим иткәйне, ҙур теләк менән риза булдым. Еңел булманы, шулай ҙа бөтә ҡаршылыҡтарҙы уңышлы үттем. Торбалар аҫтынан үтеп, стена аша төштөк, винтовканан сәпкә атҡанда ике тапҡыр тейҙерҙем! 15 ҡаршылыҡ аша үттем, миңә был уҙыш бик оҡшаны”, - тине ул.
Евгений Соколов фотоһы.