

Әбйәлил районында тыуып-үҫкән Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса эштәр башланды. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбировтың тейешле указы Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Яугир хөрмәтенә Асҡарҙың Таһир Кусимов исемендәге гимназияһы фасадында мемориаль таҡтаташ асыласаҡ һәм уның исеме ауыл урамдарының береһенә биреләсәк.
Бынан тыш, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына Тамерлан Илһамовтың исемен биреү планлаштырыла. Яңыраҡ РФ Президенты Владимир Путиндың Указы менән Тамерлан Илһамовҡа хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Геройы исеме бирелгәйне.
Фото: "Башинформ"