Геройҙар дәүере
22 Августа 2022, 17:00

Аталы-уллы батырҙар...

Көслө ағым ағыҙып китә башлағас, ҡыҙҙар ярҙам һорап ҡысҡыра башлай. Бәхеттәренә күрә, яҡында Олег Юрьевич улы Глеб менән балыҡ ҡармаҡлаған була.

Аталы-уллы батырҙар...Аталы-уллы батырҙар...
Аталы-уллы батырҙар...

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында аталы-уллы Волковтар ике үҫмер ҡыҙҙы һыуға батыуҙан ҡотҡарған. Уларҙың ҡыйыулығы хаҡында социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов һөйләгән.

16 июлдә 11 һәм 14 йәшлек ике бала бер үҙҙәре генә йылғаға һыу инергә китә. Көслө ағым ағыҙып китә башлағас, ҡыҙҙар ярҙам итеүҙе һорап ҡысҡыра башлай. Бәхеттәренә күрә, яҡында Олег Юрьевич улы Глеб менән балыҡ ҡармаҡлаған була. Волковтар ситтә йәшәһәләр ҙә, йәйен тыуған яҡтарына ял итергә ҡайтҡан булған. Аталы-уллы икәү уйлап та тормай ярҙамға ташланған.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты бойороғо менән батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткәне өсөн Олег Волков “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған, ә улы Глеб Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. “Бөгөн Санкт-Петербургта йәшәгән улдары һәм ейәндәре өсөн наградаларҙы ата-әсә алып ҡыуанды”, – тип яҙа Ғәзиз Манапов. Улар ғорурланырлыҡ улдар үҫтергән шул!

Ғәзиз Манапов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас