Геройҙар дәүере
23 Август 2022, 15:15

Заман геройҙарына - лайыҡлы хөрмәт

Романдың әйтеүенсә, Донбассҡа барырға ул шунда уҡ ризалашҡан, сөнки был аҙымды ул гражданлыҡ бурысы тип иҫәпләй...

Заман геройҙарына - лайыҡлы хөрмәтЗаман геройҙарына - лайыҡлы хөрмәт
Заман геройҙарына - лайыҡлы хөрмәт

“Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитетында Донбасстан ҡайтҡан ирекмән-табиптарға наградалар тапшырҙылар. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе, эвакуация комиссияһы рәйесе Максим Забелин, Дәүләт Думаһы депутаты, республиканың Ситуация үҙәге координаторы Римма Үтәшева, һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов ҡатнашты.

“Табиптар, ирекмәндәр һәм меценаттар – заманыбыҙҙың геройҙары. Беҙ уларға тағы рәхмәт белдерәбеҙ! Барыһынан да элек Донбасста 5-се һәм 6-сы бригадалар составында эшләгән табиптарға ҙур рәхмәт!  Беҙҙең табиптар элеккесә туғандаш республикалар биләмәһендә хеҙмәттәштәренә ярҙам итә. Махсус операция ваҡытында улар йөҙ меңдән ашыу пациентҡа, шул иҫәптән балаларға ярҙам итте”, – тине Максим Забелин.

Почетлы ҡунаҡтар өсөн билдәле артистар ҡатнашлығында  концерт ойошторолдо. Аҙаҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү үткәрелде. Һаулыҡ һаҡлауҙағы намыҫлы хеҙмәте өсөн Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала клиник дауаханаһының табип-травматолог-ортопеды Ольга Попова Рәсәй Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Профессиональ оҫталыҡтары өсөн 23 белгес Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланды, тағы ике белгес Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Максим Забелиндың әйтеүенсә, Донбасста эшләгән ҡайһы бер табиптар федераль наградаға тәҡдим ителәсәк.

“Халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәттек. Бер яҡтан, барыһы ла ғәҙәти кеүек, поликлиника, ябай кешеләр, әммә хәл көсөргәнешле, сирена аҫтында уянаһың, эшкә бараһың... Был халыҡҡа ныҡ йоғонто яһай, невроздар күп, – тип һөйләй Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһының  табип-невропатологы Роман Старцев. – Тап беҙ эш башлаған осорҙа бомбаға тотоуҙар көсәйҙе, ракеталар ҡалаға ауҙы. Ауырыуҙарҙы подвалға эвакуациялап, унда ярты төндө үткәрҙек.”

Романдың әйтеүенсә, Донбассҡа барырға ул шунда уҡ ризалашҡан, сөнки был аҙымды ул гражданлыҡ бурысы тип иҫәпләй. Был - Гиппократ антына тоғролоҡтоң  сағыу билдәһе.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас